Рәсәйҙә иҫкергән электр энергияһын иҫәпләү ҡоролмалары «аҡыллы»ға алмаштырыласаҡ

Рәсәйҙә иҫкергән электр энергияһын иҫәпләү ҡоролмалары «аҡыллы»ға алмаштырыласаҡ 28.03.2017

Илдең энергетика министрлығы киләһе йылдың йәйенән электр энергияһын иҫәпләүҙе автоматлаштырылған система ярҙамында башҡарыуы мөмкин. Яңы технологиялар электр энергияһының юғалыуына юл ҡуймаясаҡ. Атап үткәндә, бурыстары йыйылған хужаларҙы селтәрҙән дистацион рәүештә һүндереп буласаҡ.

Был хаҡтаға закон проекты министрлыҡ тарфынан 2013 йылдан әҙерләнә һәм ул Хөкүмәттә яҡлау тапҡан. Уға ярашлы, киләһе йылдың июленән «иҫке» иҫәпләү ҡоролмаларын ҡуйыу рөхсәт ителмәй. "Аҡыллы" приборҙарҙы индереүҙең маҡсаты -  түләмәүселәр менән туранан-тура эш итеү һәм инвестиция программаларының һөҙөмтәлеген арттырыу.      
Артем Никитин, аҡыллы биналарҙы программа менән тәьмин итеү компанияһы филиалы етәксеһе урынбаҫары:  «Хужалар өсөн бындай яңылыҡ бик тә уңайлы буласаҡ. Сөнки өйҙәге иҫәпләү ҡоролмаһындағы күрһәткес автоматик рәүештә энергия менән тәьмин итеүсе компанияға килә. Шулай уҡ ватылған прибор үҙе тураһында бар мәғлүмәтте яуаплы компанияға еткерә ала».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку