Рәсәй Европа берлеге, Австралия, Канада, Америка Ҡушма штаттары һәм Норвегияла етешетерелгән айырым аҙыҡ-түлек төрҙәрен илгә индереүҙе сикләне

Рәсәй Европа берлеге, Австралия, Канада, Америка Ҡушма штаттары һәм Норвегияла етешетерелгән айырым аҙыҡ-түлек төрҙәрен илгә индереүҙе сикләне 07.08.2014

Был хаҡта бөгөн Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Министрҙар кабинеты ултырышында белдерҙе. Ил Хөкүмәтен был аҙымға көнбайыш илдәрендә ҡабул ителгән иҡтисади санкциялар этәрҙе. Әлегә бер йылға Европанан Рәсәйгә  һөт һәм ит ризыҡтары, емеш-еләк индереү тыйыла.

Ябай һатып алыусылар ил Президентының ҡарарын тулыһынса хуплай. Әлегә тиклем сит илдәрҙән индерелгән продукция үҙебеҙҙә лә етерлек, ти улар. Һөт һәм ит ризыҡтары етештерелә, емеш-еләкте лә хәҙер Азия баҙарынан тәьмин итергә мөмкин. Европа иһә йыш ҡына Рәсәй һатып алыусыһына икенсе сифаттағы тауар оҙатып килде, өҫтәүенә, улар йыш ҡына юлда боҙолоп юҡҡа сыға, тигән фекерҙә улар. Шуға ла ябай халыҡ санкцияларға беҙҙең яуапты хуплап ҡабул итеүен белдерҙе.
Иҡтисадсы Динара Пескова был үҙгәрештәрҙе иҡтисади яҡтан түгел, ә сәйәси күҙлек аша баһалай. Сөнки тыйыуҙар ни бары ҡыҫҡа мөҙҙәтле булыуы шик тыуҙыра, тигән фекерҙә улар. Ихтыяж юғала, ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ артасаҡ.
Динара Пескова, иҡтисад фәндәре докторы: «Минең уйымса, был йөкләмә сәйәси сәбәптән, ә иҡтисади яҡтан түгелдер. Әгәр ҙә тыйыуҙар ҡыҫҡа мөҙҙәтле булған осраҡта сауҙа эшмәкәрлегендә кире йоғонто яһаясаҡ».
Рәсәй һуңғы йылдарҙа Европа илдәре өсөн бик әһәмитле аҙыҡ-түлек баҙарына әйләнгәйне. Мәҫәлән, магазин кәштәләрендәге алманың 40 проценты Польшанан тура килде. Һөт ризыҡтарын әйтеп тораһы ла юҡ. Төрлө сырҙары менән дан тотҡан Голландия һәм Германия тауарҙары йыш ҡына беҙҙең етештереүселәрҙе ситләтте. Көнбайыштың санкцияларына  яуап итеп индерелгән тыйыуҙар шуға ла һөҙөмтәле булыр, тип өмөт итә сәйәсәт белгестәре. Ҡушма Штаттарҙың кеҫәһендә бик үк сағылмаһа ла, Рәсәйҙә ҡабул ителгән ҡарар Европа фермерҙары һәм ундағы түрәләргә  төплө уйланырға форсат бирер, ти улар.
Халыҡ был ваҡиғаны күптән көткән, ахыры. Иртәгәнән алып яңы закон үҙ көсөнә инәсәк. Рәсәйгә Евросоюз исемлегенә ингән илдәрҙән һыйыр, сусҡа, тауыҡ һәм балыҡ иттәре, төрлө йәшелсә-емештәр, шулай уҡ һөт ризыҡтары бөтөнләй индерелмәйәсәк. Тимәк, урындағы эшҡыуарҙарға конкуреция ла кәмей тигән һүҙ.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку