Рәсәйҙең өс тиҫтәнән ашыу төбәгендә 120 километр юл һәм социаль әһәмиәттәге 80 объект төҙөләсәк

Рәсәйҙең өс тиҫтәнән ашыу төбәгендә 120 километр юл һәм социаль әһәмиәттәге 80 объект төҙөләсәк 29.06.2017

Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 20 миллиард һум аҡса бүленгән дә инде. «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһын алмаштырған «Ипотека һәм торлаҡты ҡуртымға алыу» проектын ғәмәлгә ашырыу илдең төҙөлөш министрлығында тикшерелде. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә был проект өҫтәмә рәүештә 5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүҙе күҙ уңында тота, шулай ҙа бөгөнгө күрһәкес 6 миллиондан ашып киткән.

Әле Башҡортостандың «Ипотека һәм торлаҡты ҡуртымға алыу» программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге ҙур. Уның сиктәрендә республика 2018-се йылда торлаҡ төҙөлөшөнә һәм инфраструктура үҫешенә федераль субсидиялар алыуы ихтимал.    
Егор Родин, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Ипотека һәм торлаҡты ҡуртымға алыу» проекты  сиктәрендә Рәсәй Хөкүмәте йыл һайын 20-шәр миллиард һум бүләсәк. Был аҡсалар социаль әһәмиәттәге биләмәләрҙе үҙләштереүгә йүнәлтелә. Быйыл республика ике миллиард һумдан ашыуыраҡ сумммаға документтар  әҙерләне. Ул ете объект, шул иҫәптән балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм юлдарҙы үҙ эсенә ала.  Сираттағы һайлап алыу конкурсы 14-се июлгә тиклем дауам итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку