Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак бөгөн Мәскәү менән Башҡортостан араһында ойошторолған видеобәйләнеш ваҡытында Бүребайҙа ҡояш электр станцияның беренсе сиратына старт бирҙе 29.10.2015

10 МВт ҡеүәткә эйә булған станцияның беренсе сиратын төҙөүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Бүребай станцияһының дөйөм ҡеүәте ике тапҡырға күберәк булыр тип көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013-сө йылда ҡабул ителгән Рәсәй Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, 2020 йылға тиклем ил буйынса бер мең ярым МВтҡа иҫәпләнгән ҡояш электр станцияларын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Хәйбулла районында урынлашҡан станция әлегә ҡояш генерацияһын үҫтереүҙең тәүге аҙымдарының береһе генә. Башҡортостанда ҡояш электр станциялары төҙөү буйынса республика Хөкүмәте, «Авелар Солар Технолоджи» һәм «Хевел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә былтыр майҙа Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡул ҡуйылғайны.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика