Рәсәй банкы 200 һәм 2000 һумлыҡ яңы купюраларҙы биҙәйәсәк ҡалаларҙы һайлауға старт бирҙе

Рәсәй банкы 200 һәм 2000 һумлыҡ яңы купюраларҙы биҙәйәсәк ҡалаларҙы һайлауға старт бирҙе 29.06.2016

Тауыш биреү өсөн "Твоя-россия.рф" сайтына инергә кәрәк. Унда ҡала исеме менән банкнотала күрһәтеләсәк билдәле урындарҙы яҙырға тәҡдим ителә.

Беҙҙең илдә йола буйынса ҡағыҙ аҡсаларҙа ҡалаларҙың һүрәттәре төшөрөлә. Тауыш биреү бер нисә этапта үткәрелә. Тәүгеһе, йәғни, интернетта он-лайн тәртибендә һайлау 28 июлгә тиклем бара. 7 октябрҙә "Рәсәй" телеканалында тапшырыу барышында смс-тауыш биреү ярҙамында еңеүсе ҡалалар билдәләнә. Яңы купюрала Өфөнө күрергә теләүселәр баш ҡала өсөн тауыш бирә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика