Рәсәйҙә алдағы 5-7 йылда ипотека кредиттары алыусыларҙың артыуы көтөлә

Рәсәйҙә алдағы 5-7 йылда ипотека кредиттары алыусыларҙың артыуы көтөлә 16.05.2017

Был турала журналистарға «Йәшәү мөхите» форумында Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығының генераль директоры Александр Плутник хәбәр иткән.  Агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, алдағы йылдарҙа илдә торлаҡ төҙөлөшө күләме йылына 100 миллион квадрат метрҙан артасаҡ.

Камилла Фазлыева, ипотека бюроһы директоры: «Эксперттар фекеренсә, был өлкәлә  әлеге тренд һаҡланасаҡ- ипотека алыусылар арта ғына барасаҡ.  Ипотека ставкалары өр-яңы һәм икенсел торлаҡҡа ла кәмей.  Шуға ла яҡын арала икенсел торлаҡты ла ҙур ташлама менән һатып алырға мөмкин буласаҡ».
Шулай уҡ ипотека торлаҡ кредитлау агентлығы  мәғлүмәттәре буйынса,  былтыр Рәсәйҙә бирелгән ипотека кредиттары күләме 2015 йылға ҡарағанда 30 процентҡа артҡан.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика