Рәсәй ғаиләһе өсөн фатир 25.04.2015

Өфө ҡала агентлығының ипотеканы  кредитлау асыҡ акционерҙар йәмғиәте  баш ҡала муниципалитеты менән берлектә өр-яңы пилот проект тәҡдим итә. Ул – «Ҡала кешеһе» тип атала.

Был проектты яҡлаусылар торлаҡ баҙарында үҙ һүҙен эш менән нығытҡан да инде. Өфөнөң Глумилин, ИНОРС, Дим биҫтәләрендә, Орджоникидзе районында, Пушкин урамында йорттар, күсемһеҙ милек һәм социаль йүнәлештәге  объекттар төҙөгән. Яңы Булгаков, Миловка паркы, Туймазыла «Сулпан» микрорайондары, Нефтекама ҡалаһында йорт төҙөүселәр - Рәсәй ғаиләһенә торлаҡ прораммаһы йүнәлешендә әүҙем эш алып бара. Ә «Ҡалала йәшәүсе» проектының  өҫтөнлөгө -уңайлы һәм хаҡы бер миллиондан ашмаған арзан торлаҡ.
Сергей Юминов, заказсылар һәм техник күҙәтеү хеҙмәте  предприятиеһы етәксеһе урынбаҫары: «Бәләкәй майҙанлы фатирҙарға ихтыяж юғары. Бөгөнгө көнгә  98  кеше ғариза тапшырған. Беҙ торлаҡ сертификаты ла ҡабул итәбеҙ. «Әсәлек капиталын» ҡулланыусылар өсөн ташламалар бар».
Фатир һатып алыусылар өсөн ипотека үҙәге  кредит юллағанда ярҙам итәсәк. Был программаны тәҡдим итеүселәр  шулай уҡ «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» федераль программаһында ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота. Кредит ставкаһы башҡа банктарға ҡарағанда күпкә түбән булыуы ла уртаса килеме булған кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырыр, тигән фекерҙә Кирилл Бадиков.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика