«Рәсәй һаҡлыҡ банкы»  клиенттарын банк карталары менән мутлашыу осраҡтары тураһында иҫкәртә 15.04.2016

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, банк иҫәбенән аҡса урларға маташыуҙың ун мең осрағы  теркәлгән. Күптән түгел республиканың Благовещен ҡалаһында бер төркөм кибер-енәйәтсе тотолдо. Мобиль банк, банк картаһы менән ҡулланыу  тормошҡа нығыраҡ үтеп ингән һайын был өлкәлә мутлашыусылар ҙа күбәйә.  

Өләсәйҙәр замана техникаһы менән ҡулланырға өйрәнә.  Уларға Сибай институты ирекмәндәре ярҙам итә. Интернет, мобиль банк, терминал аша операция беренсе тапҡырҙан уҡ килеп сыҡмаһа ла, өлкәндәр тырыша. Коммуналь  һәм башҡа  түләүҙәрҙе замана технологияларын ҡулланып башҡарыу бер нисә минут ҡына талап итә.
Ҡалала «Өләсәй-онлайн» акцияһы  беренсе тапҡыр ойошторолдо. Сарала  ҡатнашыусылар  банк онлайн-сервистарын ҡыҙыҡһынып өйрәнде.
Банк картаһы, Интернет аша  аҡса күсереү  тормошҡа нығыраҡ үтеп ингән һайын бушҡа кеҫә ҡалынайтырға теләүселәр ҙә арта. Кибер- енәйәтселәр төрлө схемалар буйынса эш итә. Телефон аша туғанығыҙҙың юл фажиғәһенә эләгеүе йәки карта эшмәкәрлеге сикләнеүе хаҡында хәбәр килһә, кисекмәҫтән сара күрергә тотонорға ярамай, ти Рәсәй һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре. ПИН -код һандарын  карта менән бергә йөрөтөү  кәңәш ителмәй. Банктың   хәүефһеҙлек хеҙмәте  картаның реквизиттарын, өҫтәүенә, карта менән ниндәйҙер операция  башҡарыуҙы һорамай. Мәҫәлән, Рәсәй һаҡлыҡ банкынан смс -хәбәрҙәр  900 һаны менән генә килеүен иҫтә тоторға кәрәк.
Марат Мансуров Рәсәй һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлеге етәксеһе: «Финанс хеҙмәт өлкәһе  киләсәктә мәғлүмәт технологиялары менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барасаҡ. Бигерәк тә  һанлы технологиялар ҙур урын алып торасаҡ. Кешеләрҙең  банк офистарына килеп, документ тултырыуы, ҡағыҙҙар менән  эш итеүе  кәмей, күберәк мобиль  телефон аша түләү һәм башҡа төрлө яңы алымдар үтеп инә. Һөҙөмтәлә кибер-енәйәтселәр артыуы ла ихтимал. Шуға иғтибарлы булыу талап ителә».
Банктағы иҫәптән  төрлө юлдар менән аҡса урларға маташыуҙа  ун меңгә тиклем һөжүм  осрағы теркәлгән. Күптән түгел Башҡортостанда кибер- енәйәтселәр ҡулға алынды.  Ситтән  килеүсе бер төркөм кеше Благовещен ҡалаһында банкоматтарға видеокүҙәтеү ҡоролмаһы урынлаштырған һәм  карталарҙың күсермәһен эшләгән. Ошо рәүешле  300 мең һум аҡса урлағандар.  Полиция уларҙы сираттағы  енәйәт урынында тотҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика