Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙы ҡайҙан табырға?

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙы ҡайҙан табырға? 08.09.2017

Эшҡыуарҙар ошо темаға арналған семинарға йыйылды. Йүнселдәргә баш ҡала һәм Мәскәү белгестәре проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын өйрәтә. Тәжрибә менән уртаҡлашырға Рәсәйҙең баш ҡалаһының «Сколково» бизнес мәктәбе белгестәре, шәхси инвесторҙар һәм башҡа грант акселераторҙары вәкилдәре килгән.  

Хәҙерге заманда ниндәй генә башланғыс булмаһын, инвесторҙар йәки дәүләт ярҙамынан тыш уны ғәмәлгә ашырыу мөмкин түгел. Шуға күрә гранттар өсөн ҙур көрәш бара. Бындай шарттарҙа йүнселдәр проект уйлап сығарыу ғына түгел, уны һатыу үҙенсәленктәрен дә белергә тейеш.
Игорь Дубинников, «Сколково» бизнес мәктәбе уҡытыусыһы: «Финанстар табыу өсөн башлаған проектың да үтемлеге һәм һорау менән файҙаланыуы ла мөһим. Халыҡ һеҙҙең тауар йәки күрһәткән хеҙмәт  өсөн аҡса түләргә әҙер торорға тейеш.   Ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп аҡса алыу иң уңайлы юл. Әгәр проект өсөн аҡса бирергә сират теҙелмәй икән, инвестициялар артынын ҡыуыу сәйер».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку