Проекттар менән идаралау көн талабы

Проекттар менән идаралау көн талабы 02.03.2015

Ул сығымдарҙы кәметеүгә, эш көсөн һөҙөмтәле ҡулланырға һәм ресурстарҙы һаҡсыл тотонорға булышлыҡ итә. Предприятие менеджменты системаһына ҡараған алымды  ойошмалар һуңғы йылдарҙа  әүҙем ҡуллана башланы. Шуға ла машиналар эшләү тармағы ла үҫеш йүнәлешенән ситтә ҡалырға тейеш түгел. Был турала бөгөн Өфөлә асылған  фәнни-практик конференцияла белдерелде.

Конференция сәнәғәт күргәҙмәһенең тәүге өлөшө. Ул машина эшләү ойошмалары вәкилдәре араһында бәйләнеш булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу яғынан әһәмиәтле. Сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Һамар һәм башҡа төбәк предприятиелары вәкилдәре ҡатнаша. Улар донъяла проекттар менән идара итеү, машиналар төҙөүҙә инновациялар ҡулланыу кеүек төрлө темалар буйынса фекер алыша. Был тәңгәлдә йәш белегестәрҙе лә проекттар менән эш итеүгә йәлеп итеү мөһим.
Алексей Карпухин, Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры: «Юғары квалификацияла кадрҙар булғанда, улар үҙ-ара эффектив эш алып барһа, уларға вазифаларҙы йөкләү ҙә дөрөҫ бүленгән осраҡта һөҙөмтәләр ҙә тиҙерәк һәм сифатлыраҡ була. Минеңсә был алымдар машиналар төҙөү тармағында әүҙем ҡулланырға тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку