Пенсия грамоталығы дәрестәренә старт бирелде

Пенсия грамоталығы дәрестәренә старт бирелде 29.09.2016

Бөгөн бөтә ил буйынса башланған кампанияға Башҡортостан да ҡушылды. Ошо айҡанлы Өфөнөң статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында пенсия реформаһына арналған  дәрес үтте. Студенттарға  лекцияны Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе белгестәре уҡый.

Улар йәштәргә  пенсия күләмен арттырыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.  Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн күпселек  конвертта түләнгән эш хаҡының кәмселлектәрен,  СНИЛС картаһының ни өсөн кәрәклеген белем бөтмәй. 2015 йылдың 1 ғинуарынан  үҙ көсөнә ингән пенсия реформаһы ла тап бөгөнгө йәштәргә ҡағыла. Шуға күрә пенсия грамоталығы дәрестәре юғары һәм урта белем биреү йорттарында ойшторола. Сара йыл аҙағына тиклем дауам итә.
Эльвира Фәтҡуллина, Рәсәй пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең  идаралыҡ етәксеһе: «Күптәр пенсия хаҡындағы яңылыҡтар оло йәштәгеләр өсөн генә кәрәк тип иҫәпләй, был төптө хата фекер. Хаҡлы ялға сыҡҡас аласаҡ аҡсаны бөгөн үк хәстәрләргә, уны арттырыу  ысулдарын ҡулланырға кәрәк.  Хеҙмәт килешеүен дөрөҫ итеп төҙөү төп шарттарҙың береһе, был осраҡта эш хаҡы конвертта түләнмәйәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика