Ойошма юҡ, хеҙмәткәрҙәр ҡалған

Ойошма юҡ, хеҙмәткәрҙәр ҡалған 06.12.2017

Өфөнөң 16-сы торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау предприятиеһы хәҙер  бушлай эшләй, хатта дөм ҡараңғылыҡта. Бинала электр энергияһы ла өҙөлгән.  Баш ҡаланың уртаһында, Совет районында урынлашҡан һәм  54 күп ҡатлы йортто хеҙмәтләндергән ойошма ни өсөн ташландыҡ хәлгә төшкән. Ғәйеп кемдә?

Шәм яндырыу  Яңы йыл алдынан  бүлмәгә байрам төҫө биреү өсөн түгел,  бинала электр энергияһы өҙөлгән.  Диспетчерҙарға тәүлек әйләнәһенә һүрән ут яҡтыһында ғына эшләргә тура килә. Шәмдәрҙе лә улар үҙҙәре һатып ала. Сәй өсөн ҡайнаған һыуҙы ла өйҙән термоста ташыйҙар. Ут булмағас комьютерҙы ла тоҡандыра алмайҙар, бар заказдар боронғоса амбар дәфтәренә теркәлә.  
Предприятиеның  подьездарҙағы лампочкаларҙы алмаштырырлыҡ та мөмкинлеге юҡ.  Эштән бирелгән кеҫә телефоны ла тулыландырылмай. Уға аҡсаны кемдең хәленән килә шул һала.
Хеҙмәткәрҙәр телефонға аҡса һалырға ла, лампочка алырға ла риза. Тик мөмкинлек юҡ, хеҙмәт хаҡы көҙҙән түләнмәй.  Элек бында 58 кеше эшләһә, хәҙер 32 генә ҡалған. Күптәрҙең коммуналь хеҙмәттәргә бурысы йыйылған, кредиттары түләнмәгән. Бында күберәк өлкәндәр эшләй, дарыу алырлыҡ та хәл ҡалманы, ти улар.
Проблеманың сәбәбен асыҡлау өсөн  беҙ Совет районының торлаҡ хужалығы идаралығына мөрәжәғәт иттек.  Баҡтиһәң, был предприятие менән хеҙмәт килешеүе  17 ноябрҙә үк өҙөлгән. Ә йорттарҙы яңы подряд ойошмаһы хеҙмәтләндерә. Ә элекке хеҙмәткәрҙәрҙең бинаға ҡуртым ваҡыты бөтмәгән, шуға улар  бүлмәләрҙе лә бушатмай, эшкә йөрөүен дә дауам итә.   Ә хеҙмәт хаҡына бурыстарға килгәндә, ебәрелгән аҡса кире ҡайта.
Фәһим Сәлимйәнов, Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Хеҙмәткәрҙәрәҙең күбеһе ошо урында 20-30, хатта 40 йыл эшләгән. Беҙ тәжрибәле кадрҙарҙы  бушатыу яғында түгел, уларға ни бары яңы ойошмаға күсергә кәрәк. Ә хеҙмәт хаҡына килгәндә   был предприятиеның хужаларына үҙ иҫәбенән  сикләүҙе алырға кәрәк.Сөнки күсерелгән аҡса кире ҡайта.  Йәки  суд ҡарары буйынса түләү мөмкинлеге бар».
Бурыстарға килгәндә, улар торлаҡ  предприятиеһының йыш ҡына үҙ бирәсәктәрен икенсе подрядсыларҙан эшләтеүенә лә бәйле. Һөҙөмтәлә  финанс сығымдар йыллыҡ сметанан артып киткән. Шуға күрә бер иҫәпкә  бурыстар өсөн арест һалынған,  хеҙмәт хаҡы өсөн асылған икенсеһенә үҙҙәренең хужалары сикләү индергән. Райондың торлаҡ хужалығы  был проблемаға ошо көндәрҙә  нөктә ҡуйырға иҫәп тота. Сөнки предприятие етәкселегенең мутлашыуҙарынан ябай хеҙмәткәрҙәр ыҙа сигергә тейеш түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку