Ҡояш нурҙары артынан

Ҡояш нурҙары артынан 15.11.2016

Был аҙнала Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының икенсе сираты сафҡа инде. Хәҙер Башҡортостандың Көйөргәҙе районында урынлашҡан энергия сығанағының дөйөм ҡеүәте 15 мегаватт тәшкил итәсәк. Йыл дауамында ошо күләмдә электр эшләгән осраҡта, станция Көйөргәҙенең 70 процентын ток менән тәьмин итә алыр ине.

Бер ниндәй ҙә тантанаһыҙ, эш режимында Бөгөлсән ҡояш станцияһының номиналь ҡеүәте планлаштырылған 15 мегаваттҡа барып етте. Был күрһәткескә өлгәшеү теүәл бер йыл ваҡыт талап иткән. Объект тотошлай өс өлөшкә бүленеп тапшырылған, әле ҡояш панелдәренең һаны 60 меңдән ашҡан.
Шул уҡ ваҡытта проектта ҡаралған 15 мегаватт электр етештереү һирәк буласаҡ тип аңлата белгестәр. Бының өсөн ҡояш радиацияһының көслө булыуы, нурҙарының панелдәргә кәрәк мөйөш менән төшөүө һәм тағы бихисап шарттарҙың тап килеүе кәрәк. Өҫтәүенә, электр станцияһы иң күп энергияны март һәм апрелдә генә бирә ала. Йәй мәҫәлән, панелдәрҙең ҡыҙыуы уларҙың электр етештереүенә ҡамасаулай. Бөгөлсән электр станцияһының дөйөм майҙаны 60 гектар тәшкил итә. Объектты сменаһына 4 кеше хеҙмәтләндерә.  
Бөгөн республикала ике ҡояш электр станцияһы эшләп килә, Бүребайҙағы объекттың икенсе сираты тапшырылғас, уның дөйөм ҡеүәте 20 мегаватт тәшкил итәсәк. Шулай уҡ инвесторҙар планында Ейәнсура районында ла ҡояш энергияһын электрға әйләндереү үҙәген булдырыу. Тап ошо тирәлә көслө ҡояш радиацияһы күҙәтелә. Башҡортостан көньяғының йәшел энергия үҙәгенә әйләнеү мөмкинлеге юғары, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку