ОСАГО полисы буйынса, үлемесле һәм һаулыҡҡа зыян килгән осраҡта старховкалаусы ойошмалар тарафынан 500 мең һумға тиклем аҡса түләнә, башҡа осраҡтарҙа 400 мең һумға тиклем

ОСАГО полисы буйынса, үлемесле һәм һаулыҡҡа зыян килгән осраҡта старховкалаусы ойошмалар тарафынан 500 мең һумға тиклем аҡса түләнә, башҡа осраҡтарҙа 400 мең һумға тиклем 26.09.2017

ОСАГО килешеүен бер йылдан артыҡ ваҡыт арауығына төҙөп булмай. ОСАГОһыҙ машина йөрөтөү өсөн 800 һум штраф ҡаралған. Полистар хәҙер алһыу төҫтә һәм йыл башынан уларҙың электрон вариантын һатып алып була. Һәм йәнә бер үҙгәреш.

Илдең барлыҡ автоһәүәҫкәрҙәрен һиҫкәндергән, ОСАГОға индерелгән һуңғы күләмле төҙәтеүҙәр, ил президенты ....... тарафынан быйыл 28 апрелдә ғәмәлгә ингәйне. Уға ярашлы, аҡсалата компенсация хәҙер бик һирәк осраҡтарҙа ғына түләнә. Йәғни, машинаны йүнәтеп булмаған хәлдә, ремонтҡа 400 мең һумдан ашыу аҡса талап ителһә, автомобилдән тыш башҡа нәмәгә, мәҫәлән бинаға зыян килетерелгән осраҡта, халыҡ-ара страховкалау системаһы сиктәрендә компенсация түләнһә, страховкалаусы компания ремонт эштәрен башҡара алмағанда, һәм автомобиль хужаһы 1-се йәки 2-се төркөм инвалид булһа, авариянан һуң аҡсалата компенсация алып була. Башҡа осраҡтарҙа тимер атты страховкалаусы ойошма, килешеү төҙөлгән автосервисҡа оҙата.
Сергей Акиндеев, автосервис хеҙмәткәре: «Беҙҙең бурыс машинаны ремонтлап биреү. Өҫтөнлөктәргә килгәндә,  клиенттарыбыҙ артты, ә автомобиль хужаһы зыян күргән иҫкерәк деталь яңыға алмаштырылһа, өҫтәмә рәүештә түләү талап ителмәй. Төҙөк машина урынына, аҡса алырға башлыса матди файҙа күрергә теләгәндәр генә ризаһыҙлыҡ белдерә».
Автомобилдәрҙе страховкалаусы ойошмалар үҙ эшмәкәрлегенә ярты йыл һайын тигәндәй үҙгәрештәр индерә. Был юлы улар күп һанлы машиналар ҡатнашлығындағы аварияларға ҡағыла. Әлеге үҙгәрештәр водителдәр мәнфәғәтенән сығып индерелгән кеүек.
Елена Рябова, страховкалаусы компания директоры: «Ике һәм унан артыҡ машина ҡатнашлығындағы аварияға эләккән осраҡта, автомобиль хужалары, хәҙер туранан-тура үҙ страховкалаусы компанияһына мөрәжәғәт итәсәк. Быға тиклем ундай авариянан һуң зыян күреүсе, ғәйепле водителдең компанияһына мөрәжәғәт итергә бурыслы ине».
Төҙәтмәләрҙе белгестәр ҙә хуплай. Ҡулланыусы мәнфәғәте һәр саҡ беренсе урында булырға тейеш.
Руслан Вәлиев, эксперт: «ОСАГО баҙарын камиллаштырыуҙы туҡтатырға ярамай. Ни тиклем ябайыраҡ булһа, яҡшыраҡ. Һуңғы үҙгәрештәр ыңғай күренеш. Күп машина ҡатнашлығындағы аварияға эләккән осраҡта ла, водитель ваҡытын әрәм итмәй, туранан-тура үҙ страховкалаусы компанияһына барасаҡ».  
ОСАГО реформаһы дауам итә. Ул киләсәктә лә үҙгәреп торасаҡ, башлыса страховкалаусы компаниялар мәнфәғәтенән сығып, әлбиттә. Ә ҡатмарлы компенсация юллау юлына баҫмаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, артыҡ ҡыумаҫҡа, уяу булырға саҡыра белгестәр.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку