Ҡорос атҡа ихтыяж юғары

Ҡорос атҡа ихтыяж юғары 09.02.2018

Бәләбәй районы Семенкин ауылы биләмәһендә йәшәүселәр быйыл «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашып, тракторлы булырға йыйына. Бының өсөн  проект документацияһы әҙер, конкурсты уңышлы үтергә генә ҡалған.

Иҫке техниканан тимер ҡалдыҡтары ғына ҡалған. Бәләбәй районы Семенкин ауылы биләмәһе башлығы Анатолий Никитин билдәләүенсә, был тракторҙы тергеҙергә мөмкин, тик яңыһын һатып алыу күпкә арзаныраҡҡа төшәсәк. Шуға дүрт ауыл халҡын берләштереп ул, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашырға саҡыра. МТЗ 82-нең баҙар хаҡы - миллион ярым һумдан ашыу. Төп матди ярҙам республика бюджетынан көтөлә.
Урындағы эшҡыуарҙар, фермерҙар ҙа финанс яҡтан ярҙам итергә әҙерлеген белдергән. Әйткәндәй, граждандар сходында трактор һатып алыуға бәйле проект 100 процент тауыш менән еңеп сыҡҡан. Халыҡҡа шулай уҡ балалар уйын майҙансығын булдырыу тәҡдиме лә иғлан ителеүе билдәле. Ҡорос техникаға ысынлап та, ихтыяж юғары. Ҡышҡыһын юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға кәрәк. Өмә ойошторғанда ла тракторға ҡытлыҡ һиҙелә. Ә ауыл хужалығына ҡараған гараж нисәнсе йыл инде буш тора. Хәйер, ваҡытлыса ғына.
Былтыр ҡар күп яуыуы арҡаһында, ауылдағылар үҙҙәрен айырым бер утрауҙа тороп ҡалған кеүек  хис итә. Көрттөң ҡалынлығы ике метрға тиклем етә. Юлдарҙы та:артырға техника булмай. Хәйер, был проблема тиҙҙән хәл ителеүе мөмкин.
Семенкин ауыл биләмәһендә йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында тәүгә генә ҡатнашмай. Уҙғна ике йылда берҙәм халыҡ, бағыусылар һәм республика бюджеты ярҙамында ике ауылдың һыу үткәргес торбалары яңыртылған. Әгәр ҙә техникаһын да һатып алыуға өлгәшһәләр, киләсәктә юлдарҙы төҙөкләндерергә иҫәп тота урындағы халыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку