Он-лайн фатир һатып алыу

Он-лайн фатир һатып алыу 16.03.2017

Һаҡлыҡ банкы күсемһеҙ милек менән төрлө операциялар эшләү өсөн махсус системаны яйға һалды. Силәбе ҡалаһында «Күсемһеҙ милек баҙарында һанлы революцияһы» матбуғат конференцияһында был турала фекер алышынды.

Һаҡлыҡ банкы мәғлүмәттәренә ярашлы әле күсемһеҙ милек баҙарындағы операцияларҙың 60 проценттан ашыуы һанлы технологиялар ярҙамында башҡарыла. Ипотека кредитлауы өлкәһендә электрон операциялар 17 процент самаһы. Махсус система ипотекаға он-лайн ғариза биреү, мөлкәтте эҙләү, күсемһеҙ милекте баһалау, электрон ҡултамға ярҙамында күсемһеҙ милеккә йә өлөшлөтә төҙөлөш килешеүенә хоҡуҡтарҙы теркәү мөмкинлеген бирә. Һаҡлыҡ банкы экосистемаһы партнерҙар исемлегендәге күсемһеҙ милек агентлыҡтары һәм төҙөлөш ойошмаларының һатыу бүлектәренең программалау селтәренә ҡулайлаштырылған.
Александр Лазарев, «Квартал» күсемһеҙ милек агентлығы директоры: «Һаҡлыҡ банкы ипотека алырға әҙер булған физик шәхестәрҙең беҙҙең кеүек белгестәргә ихтияжын кәметергә форсат биргән майҙансыҡҡа әйләнә бара. Әлбиттә был күренеш беҙҙе бер аҙ борсоуға һала, хатта ҡатмарлы килешеүҙәрҙән дә беҙ ситтә ҡала барабыҙ».
Камилә Фазлыева, Башҡортостан риэлторҙар гильдияһын ойоштороусы: «Банк фатир һәм килешеүҙең таҙалығын тулыһынса тикшерә тигән ҡараш йәшәп килә. Кешеләр быға ышанып, үҙҙәре һайлай. Һөҙөмтәлә килешеүҙәрҙең яҡынса 2 проценты судттарҙа ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табыла. Әле Һаҡлыҡ банкы тәҡдиме бик аҙ ҡатлам халыҡҡа таныш һәм яҡын. Виртуаль килешеүҙәр шикле, күсемһеҙ милекте береһенең дә юғалтҡыһы килмәй бит».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку