Ҡомһоҙлоҡтоң сиге бармы?

Ҡомһоҙлоҡтоң сиге бармы? 04.02.2015

Эш биреүселәр араһында алтын тауҙар вәғәҙә итеп алдаҡ юл ярҙамында кеҫә ҡалынайтыусылар бар. Күп осраҡта күңелһеҙ хәлгә республикаға аҡса эшләргә килгән сит ил граждандары тарый. Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы төҙөлгән күп ҡатлы йортто биҙәкләү эштәрендә ҡатнашҡан кешеләр ҙә бер тинһеҙ ҡалған.

Үзбәкстандан Мөхәмәтйән Парпиев ҡатынын, дүрт улын аҡса менән тәьмин итәм тип, ноябрҙә эш эҙләп Өфөгә килә. Урын тиҙ табыла, ир Летчик урамында урынлашҡан яңы йортта биҙәкләү эштәре бригадиры итеп тәғәйенләнә. План буйынса өс ай эсендә ул бар эштәрҙе лә тамамлай. Хеҙмәт хаҡы ғына лайыҡлы түгел - ни бары өс мең һум тәшкил иткән. Бөгөн ир прокуратураға ялыу яҙған. Әйткәндәй, был тәртипһеҙлеккә түҙмәй, Үзбәкстан, Тажикстан кеүек илдәрҙән  килгән тиҫтәләп кеше, барыһына ла ҡул һелтәп тыуған яғына ҡайтып киткән, икенсе эшкә урынлашҡан.
Мөхәмәтйән Парпиев, биҙәкләү эштәре бригадиры: «Бында эшләйем, ә аҡсаны Үзбәкстандан туғандарым ебәрә, яңыраҡ уларҙан биш йөҙ доллар алдым. Нисек ҡайтып китәһең инде? Бирешергә уйламайым. Аҡса ашарға етмәһә лә үҙемдең хоҡуғымды яҡлаясаҡмын».
Подрядсыларсифатһыҙ башҡарылған ремонт өсөн аҡса түләүҙе урынһыҙ тип һанай. Улар фекеренсә, фатирҙарҙа үзбәк, тажиктар линолеумды дөрөҫ йәймәйенсә, ҙур суммаға зыян килтергән.  
Был йортто биҙәкләү эштәрендә ҡатнашҡан бер төркөм хеҙмәтселәргә лә барлығы өсәр мең һум аҡса түләнгән. Шулай ҙа республиканың төрлө төбәгенән килгән 44 кеше килешеү буйынса эшкә урынлашҡан. Хеҙмәт хаҡын объект тапшырылғас ҡына түләйәсәктәр, ти улар.
Эшселәрҙең һуңғы өмөтө әлегә һүнмәгән. Уларҙың хеҙмәтен заказ  биреүсе ошо көндәрҙә ҡабул итергә тейеш. Тик улар ҙа мигранттар кеүек алданмаҫмы? Сит илдән килгән кешеләр ҙә үҙҙәренең хоҡуғын яҡлай ала. Бының өсөн закондарҙы яҡшы белеү зарур.
Валерий Шәрипов, юрист: «Килешеү төҙөлмәгән булһа ла хеҙмәт инспекцияһы эш биреүсене яуаплылыҡҡа тарттыра ала. Тәү сиратта, легаль булмаған хеҙмәт мөнәсәбәттәре асыҡланырға тейеш.  Был осраҡта Рәсәй биләмәһендә эшләгән сит ил гражданы хеҙмәт йөкләмәһен, ябай граждандар кеүек, тулыһынса ҡаплата ала».
Әлегә был матурлыҡ артында күпме күҙ йәше түгелеүе билдәһеҙ. Шуныһы көн кеүек асыҡ, тиҙҙән 21 ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырыла. Тимәк, ярты эш башҡарылған, түләү мәсьәләһен генә хәл итергә кәрәк.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика