ОДН өсөн түләүҙәрҙе фатир хужалары берҙәм көс менән кәметә ала

ОДН өсөн түләүҙәрҙе фатир хужалары берҙәм көс менән кәметә ала 10.02.2017

Нормативтан түбән күрһәткестәргә ирешер өсөн Өфөнөң Парк урамы, 2/2 йортонда йәшәүселәр даими йыйылыштар ойоштороп, был йүнәлештә тәртип урынлаштыра. Бында һыу һәм электр энергияһын һаҡсыл ҡулланыу, һәр фатирҙа иҫәпләү ҡоролмаларының мотлаҡ булыуы шарт.

Инсаф Фәттәхов күп фатирлы йортта 70-cе йылдан алып йәшәй. Ул коммуналь түләүҙәр өсөн ваҡытында иҫәпләшә. Тик бына былтыр октябрҙә килгән квитанциялағы хаҡ Инсаф Мирвай улын  аптырашта ҡалдырған. Идарасы компания фатир хужаларынан дүрт йыл элек тотонған һыу өсөн хаҡ түләүҙе талап итә.

Асыҡланыуынса, был артыҡ сумма әлеге лә баяғы дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәргә барып тоташа. Өйҙәрендә махсус иҫәпләү приборҙар ҡуйыусылар айына үҙҙәренең күпме һыу тотонғанын белә, шуға ла улар квитанцияла килгән артыҡ хаҡтың нимә өсөн килгәнен асыҡларға тырышыуы тәбиғи. Ҡайһы бер фатир хужалары нисек кенә мутлашып, аҡсаһын кеҫәһендә ҡалдырырға тырышмаһын, идарасы компаниялар барыбер етмәгән сумманы торлаҡта йәшәүселәрҙең иңенә һала.

Ә бына электр энергияһы буйынса ОДН күрһәткестәре буйынса түләүҙәр кәмерәк булһын өсөн Өфөнөң Парк урамы, 2/2 йортонда йәшәүселәр 26 февралгә тиклем квитанция буйынса түләүҙәрен бергәләп башҡара. Барлыҡ иҫәп приборҙары күрһәткестәрен фатир хужалары бер көн дә яҙып алырға һөйләшкән. "Йыл ярым алып барылған был йүнәлештәге эш дөйөм йорт ихтыяждары буйынса сығымдарҙы күпкә кәметте,"-ти улар.

Иҫәпләү ҡоролмалары менән тотҡарлыҡтар юҡ. Бар фатирҙарҙа ла магнитҡа ҡаршы ла таҫмалар ҡуйылған. Йортта йәшәүселәр үҙҙәре үк аҡсаһын экономиялау яҡлы, фатир эсендә генә түгел, подъезда ла.  

Өфөнөң Октябрь районы буйынса 400-ән ашыу йорт иҫәпләнә. Уларҙың тик унауһында ғына ОДН буйынса түбән күрһәткестәр килә. Ҡалған күп ҡатлы өйҙәрҙә ул нормативҡа ярашлы, йә унан юғарыраҡ тип һанала.

Һәр бер йортҡа идарасы компания норматив билдәләй. Фатир хужалары уларҙың торлаҡ буйынса дөрөҫ иҫәпләнеүен контролдә тота. Әммә иҫпәләү ҡоролмаларының күптәрҙә булмауы - тигеҙһеҙлеккә илтә. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан был юҫыҡта халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла.

Фатир хужалары идарасы компания менән берҙәм эшләгәндә генә дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәрҙе нормативтан кәметә ала. Шулай ҙа Башҡортостанда был йүнәлештә ыңғай үҙгәрештәр булыр тигән өмөт бар. Әлегә күп ҡатлы йорттарҙың тик 7-8 проценты ғына был уңайлыҡтар менән ҡуллана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку