Оҫталар етештергән әйберҙәргә һорау арта

Оҫталар етештергән әйберҙәргә һорау арта 04.07.2014

Әбйәлил районында йәшәүсе Әхәт Хисмәтов ағас эшкәртеү цехы асҡан. Бының өсөн уға ер бүлеп бирелгән. Шәхси эшҡыуарҙың ойошмаһында дүрт кеше. Оҫталар ишек яңаҡтары, тәҙрә рамдары һәм башҡа әйберҙәр яһай. Улар эксклюзив заказдар ҙа ҡабул итә.

Имән һәм башҡа ағастарҙан Әбйәлил оҫталары етештергән материалдарҙы Мәскәү ҡалаһына ла һоратып алалар. Баҙарҙа экологик яҡтан таҙа, һаулыҡ өсөн зарары булмаған төҙөлөш материалдарына ихтыяж артыуы күҙәтелә. Халыҡ йорт һалғанда ҡайтанан тәбиғилеккә өҫтөнлөк бирә башланы. Уҙаман артабан эшен йәйелдереү, ойошмаһын ҙурайтыу маҡсатында йәшәй.

Комментарии
Загрузка

Возврат к списку

Яндекс.Метрика