Нуриман районы Красный Ключ ауылында Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ылыҫ майы етештереү цехы эшләй башланы

Нуриман районы Красный Ключ ауылында Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ылыҫ майы етештереү цехы эшләй башланы 07.02.2017

Мәскәү өлкәһендә технолог булараҡ тәжрибә туплаған Мөбәрәк Вәкилов был эшкә осраҡлы тотонмаған. Үҫемлектәр донъяһын яҡшы белеүсе уҙаман аҡ шыршы тәлгәштәренән кешеләр һаулығы өсөн  файҙалы  май һәм флорентин һыуын етештерә.

Декабрҙә генә ҡоролған цех тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бер ҡаҙанға  өс тонна ылыҫ тултырыла. Сеймал махсус рәүештә ваҡ киҫәктәргә тураҡлана. Ылыҫ  һығыу цехында алты кеше эшләй. Үҫенте ботаҡтары башта  махсус турағыс аша үткәрелә. Төҙөлөш фирмаһынан эштән ҡыҫҡыртылырға мәжбүр булған Илшат тыуған ауылынан алыҫ китмәй эшле булған.

Ылыҫ майы һәм Флорентин һыуын эшҡыуар килешеү буйынса Мәскәү өлкәһендә урынлашҡан предприятиелар өсөн етештерә. Ҙур ҡаҙанды Себерҙән 450 меңгә һатып алған. Дарыухана селтәрҙәрендә тәҡдим ителгән ылыҫ майында 10 процент ҡына таҙа май бар тигән фекерҙә.  Мөбәрәк Вәкилов етештергән  продукция экологик яҡтан таҙа һәм һаулыҡ өсөн файҙалы булыуы менән отошло. Флорентин һыуы менән хатта, үпкә, ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәрен уңышлы дауаларға мөмкин. Был мөғжизәле һыу хатта, организмдан ауыр металдарҙы сығарырыға ла булышлыҡ итә. Ылыҫтарҙы эшҡыуар халыҡтан һатып ала, һығылғандан һуң ҡалғандарын тоннаһын мең һумдан мал үрсетеүсе эшҡыуарҙарға һата.

Нуриман районында алты йөҙҙән ашыу эшҡыуар теркәләгән. Уларҙың дүрт йөҙҙән ашыуы юридик шәхес булараҡ үҙ эшен асҡан.

Урман хужалығы үҫешкән районда  киләсәктә ылыҫ эшкәртеү цехын киңәйтеп яңы эш урындары булдырыу мәсьәләһе лә ҡарала. Районда шулай уҡ балыҡсылыҡ, баҡсасылыҡ һәм туризмды ныҡлап үҫтереүҙә лә күләмле эштәр башҡарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика