Ни бары ябай арифметика 16.05.2016

Республикала электр энергияһына дөйөм йорт ихтыяждары өсөн хаҡ яңыса иҫәпләнә башлаясаҡ. Был турала бөгөн хәбәрселәр менән осрашыуҙа «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы»ның башҡарма директоры Олег Козлов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бынан ары ОДН өсөн сумманы идарасы компаниялар аласаҡ, ә улар түләүҙәрҙе фатир хужаларына бүлә.

Электр энергияһы өсөн квитанцияларҙа дөйөм йорт ихтыяждары тигән графа халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Сөнки күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә ОДН өсөн төрлө суммалар килә башланы. Аҡсаларын янда ҡалдырыу маҡсатында фатир хужалары хатта, төнгө ваҡытта подъездағы уттарҙы һүндерергә лә күнегә. Әммә түләүҙәр ни өсөндөр кәмемәй. Шуға ла был өлкә мотлаҡ  үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә.    
Анатолий Дубовский, Башҡортостандың торлаҡ мәсьәләләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  буйынса комиссияһы рәйесе: «Ниһайәт, был өлкәлә тәртип урынлашасаҡ. Сөнки милекселәрҙең береһе лә түләүҙән баш тартмай. Әммә бының өсөн уларға аҡсаларының ҡайҙа киткәнен күрһәтеп барырға кәрәк».  
Хәҙер дөйөм йорт ихтыяждары өсөн иҫәптәр идарасы компаниялар иңенә ятасаҡ. Йәғни, бынан ары фатир хужалары аласаҡ квитанцияларҙа ОДН тигән графа булмаясаҡ. Ләкин был түләүҙәрҙең юҡҡа сығыуын аңлатмай. Сөнки  дөйөм йорт ихтыяждары «Содержание» тигән графа эсенә индерелә.  Шулай ҙа унда күрһәтеләсәк сумма билдәләнгән норматив буйынса иҫәпләнергә тейеш. Норманан артҡан сығымдарҙы идарасы компания ҡапларға бурыслы.
Альфред Зиннәтуллин, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары: «Ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙә дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәрҙе кәметергә өлгәшелде. Шуға ҡарамаҫтан, был эш артабан да дауам итә. Беҙҙең маҡсат ОДН өсөн түләүҙәрҙе киләһе йылдың 1 ғинуарына тиклем норматив дәүмәлгә еткереү».  
Бөгөн республикала ОДН күп фатирлы йорттарҙың яртыһында  дөйөм түләүҙәрҙең  6 процентын тәшкил итә.  Әммә  дөйөм йорт ихтыяждары саманан тыш арттырылған осраҡтар ҙа  юҡ түгел. Шуға ла яңыса иҫәпләү тәү сиратта милекселәрҙе ҙур сумманан азат итергә йүнәлтелгән, ти белгестәр.  
Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн яңыса иҫәпләү 1 майҙан ғәмәлгә инде. Бөгөнгә республикала 52 идарасы компания менән килешеү төҙөлгән дә инде. Ҡалған  75 компания иҫәпләүҙең яңы механизмына яҡын көндәрҙә күсер тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика