Нефтекама ҡалаһында хаҡтар буйынса рейд үтте

Нефтекама ҡалаһында хаҡтар буйынса рейд үтте 03.02.2015

Ул Башҡортостан прокуратураһы күрһәтмәһе буйынса ойошторолған. Сарала прокуратура, полиция, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Рейд сиктәрендә улар шәкәр, он, йомортҡа, ит, май, икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы тикшерҙе. Халыҡ әйтеүенсә, тикшереү урынлы, сөнки хаҡ күтәрелгәндән-күтәрелә.
Шуға ҡарамаҫтан, бер нисә магазинды үткән тикшереүселәр хаҡтарҙың самаһыҙ артыуын асыҡламаны. Сауҙа селтәрҙәре лә хаҡтарҙы һәр кем ала алырлыҡ кимәлдә тоторға тырышыуы тураһында белдерә. Ә инде тикшереү барышында алынған мәғлүмәт Башҡортостандың Сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына ебәрелә.
Әлфиә Шаймөхәмәтова, Нефтекама ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге белгесе: «Аҙна һайын тикшереүҙәр уҙғарабыҙ. Хаҡтарҙың  ныҡ күтәрелеүе к-ҙәтелә. Мәҫәлән, икмәк 7 процентҡа артһа, һөт 4-7 процент самаһына ҡиммәтләнде. Рейдтар ғәҙәттә ҙур магазиндарҙа ойошторола».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку