Нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары берләшегеҙ!!!

Нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары берләшегеҙ!!! 03.12.2015

Башҡортостанда төрлө өлкәлә эшләүсе заводтарҙы кластерға туплау тураһында килешеү төҙөлдө. Берҙәмлектә - көс, тигәндәй, улар модернизациялау эшен дөйөм тырышлыҡ менән башҡарырға тейеш. Был мәсьәләләр «Нефть химияһы кластеры- үҫеш стратегияһы» тип аталған беренсе республика форумында ла ҡаралды

Килешеүҙең маҡсаты - иҡтисади майҙанда барлыҡҡа килгән проблемаларҙы бергәләп хәл итеү. Әле республика предприятиелары һәр береһе үҙаллы эш итә. Улар кластерға берләшеп үҙ тауарҙарын да Башҡортостан продукцияһы булараҡ тәҡдим итергә тейеш.
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Йөктө бергә тартһаң күпкә еңелерәк бит. Предприятиеларҙы кластерға берләштереп эшләгәндә күпкә һөҙөмтәлерәк булыр тип уйлайбыҙ. Икенсенән, хөкүмәт тә һәр бер предприятиеға айырым түгел, ә дөйөм бер корпорацияға ярҙам итәсәк. Иғтибар ҙа тигеҙ бүленер ине. Берҙәмләшеү эшен әүҙемләштерер кәрәк. Әле беҙҙә кластерға туплау саҡ башланып ҡына тора».
Кластерға тупланған предприятиеларға финанс ярҙам алыу ҙа еңелерәк. Мәҫәлән, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа  ярҙам итеүсе Бортник фондында республиканан 25 предприятие ғына ҡатнаша. Уларҙың ни бары алтауһы ғына ыңғай һөҙөмтәгә ирешкән. Берҙәм ғариза биргәндә фондтан аҡса алыу күпкә еңелләшә. Сөнки финанс ярҙам алыу өсөн  предприятиеның үҙ аҡсаһы ла 50 проценттан кәм булырға тейеш түгел.
Иван Бортник, фонд етәксеһе:  «Беҙҙең фондтан ярҙам алыу өсөн предприятиеның да шул күләмдә аҡсаһы булыуы шарт. Ләкин Башҡортостан был мөмкинлектәр менән бик аҙ файҙалана. Һеҙҙең күршеләрҙе генә алайыҡ. Уларға күсерелгән аҡса күләме өс йөҙ миллион һумдан ашып китә, ә һеҙгә шуның яртыһы ғына эләгә. Конкурстарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға кәрәк. Бәлки, бер кластерға тупланып хәлде көйләп булыр».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку