Мутлашыуҙың юҡтыр сиктәре 17.11.2016

Өфөлә фото-видео техникаһын һәм башҡа ҡиммәтле аппаратураны ҡуртымға биреү менән шөғөлләнгән ир аҡса эшләйем тип, алдаҡсылар ҡармағына эләгә. Яңы мутлашыу төрө барлыҡҡа килеүен иҫкәртәм тип ул беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Шәхси эшҡыуар Ирек йөҙөн күрһәтеүҙән баш тартты. Аңларға була - бер көн эсендә ул ҡиммәтле техникаһыҙ тороп ҡала. Ир иғландар буйынса ноутбук, фото-видео ҡорамалдарын ҡуртымға биреү менән шөғөлләнә. Әммә сираттағы клиенты аҡыллыраҡ булып сыға. Ул төҙөлгән килешеү буйынса аппаратураны кире ҡайтарыр урынға - юғалыуҙы хуп күрә. Хәйер, зыян күреүсе мутлашыусының эҙенә паспортындағы мәғлүмәттәре буйынса тиҙ төшә.
Ирек, зыян күреүсе: «Уның менән осрашҡас, техниканың ҡайҙа булыуын һораша башланым. Ә ул иҫе лә китмәй ноутбук менән плазма  панелен комиссия магазинына һатыуға тапшырҙым тине. Ә мин был аппаратураны ҡуртымға тәүлегенә биш мең һумға биргәйнем, хәҙер егеттең миңә һуңлатҡан көндәр өсөн генә лә 30 мең һумлыҡ бурысы бар».
Мутлашыусы эшҡыуарҙан ҡиммәтле аппаратураны ҡайҙа һатыуға ҡуйыуын да йәшермәй. Баҡтиһәң, был комиссия магазины Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан. Асыҡланыуынса, ойошмала фото, видео ҡорамалдары, кеҫә телефондары һәм башҡа техника бер ниндәй документтарһыҙ ҡабул ителә. Паспортың ғына булһын. Бында беҙгә ҡуртымға алынып, урланған ноутбук күптән инде икенсе ҡулдарҙа булыуын аңлаттылар. Плазма панеле лә  үҙ хужаһын көтә, ахыры. Хаҡы баҙарҙағыға ҡарағанда, күпкә арзаныраҡ ҡуйылған,- тип борсола Ирек.
Тик тауар чегынан башҡа  аппаратураға бер ниндәй документ та юҡ. Комиссия магазины һатыусыһы әйтеүенсә, улар законды боҙмай. Устав буйынса эшләйҙәр. Килтерелгән техника урланған булыу-булмауы өсөн дә яуап бирмәйҙәр. Полицияның эше тигән ҡарашталар.
Зыян күреүсе әйтеүенсә, мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе Өфөлә тағы бер эшҡыуарҙы аҡсаһыҙ, техникаһыҙ ҡалдырған. Ә бит алданыусыларҙың һаны тағы ла күберәк булыуы ихтимал. Әлегә был осраҡтар буйынса хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү эше алып бара.
Әлегә билдәле булыуынса, мутлашыусы ир бер ҡайҙа ла эшләмәгән булған. Ул илдәге иҡтисады көрсөккә япһарып, килемле бизнес - эшҡыуарҙарҙы алдау менән шөғөлләнгән.
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат һәм йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе: «Әлегә был енәйәтте ҡылыусының шәхесе асыҡланған. Техниканы законлы хужаһына кире ҡайтарыу өсөн сара күрелә. Мутлашыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ҡабул ителә».
Эшҡыуар иһә башҡа ошондай күңелһеҙ осраҡтарға эләкмәҫ өсөн киләсәктә тик юридик шәхестәр менән генә эшләргә ниәтләй. Ни тиһәң дә, алдашыу юлы менән аҡса артынан ҡыуыусылар тағы ла ишек шаҡыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика