Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт «Башнефть», «Роснефть», «Лукойл» һәм «Лукойл-Резервнефтепродукт» компанияларына ҡаршы эш ҡуҙғатты

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт «Башнефть», «Роснефть», «Лукойл» һәм «Лукойл-Резервнефтепродукт» компанияларына ҡаршы эш ҡуҙғатты 06.11.2014

Улар  биржалағы манипуляция ярҙамында бензинға күмәртәләп һатыу хаҡтарын бергәләп арттырыуҙа ғәйепләнә. Үҙ сиратында был ваҡлап һатыу хаҡтарына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Рәсәй статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса,  йыл башынан алып АИ-92 маркалы яғыулыҡтың хаҡы - 10, АИ-95 бензиныныҡы  8 процентҡа күтәрелгән.  Федераль хеҙмәт белдереүенсә, килеп тыуған хәлгә тәүгеләрҙән «Башнефть» компанияһы вәкилдәре аңлатма бирҙе. Улар фекеренсә, биржалағы сауҙа аноним шарттарҙа алып барыла, шуға ла нефть компанияһы яғыулыҡты кемгә һатҡанын белмәй. Йәнәһе лә, бындай осраҡта «килешеү» мөмкин түгел.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика