Мишкә районы үҙәгендә Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мөсәбиров тәҡдиме менән форум ойошторолдо

Мишкә районы үҙәгендә Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мөсәбиров тәҡдиме менән форум ойошторолдо 25.11.2016

Тәүгә үткәрелгән мәртәбәле осрашыу «Муниципаль берләшмәләрҙә социаль инфраструктураға инвестицияларҙы йәлеп итеүҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ» тигән теманы яҡтыртты. Берҙәм Рәсәй партияһы ҡатнашлығындағы форумда депутаттар, журналистар, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.

Оло йәштәгеләр өсөн пансионат Мишкәләрҙең айырым ғорурлығы. Ирсай ауылындағы был үҙәк Халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын  тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төҙөлгән. Пансионат өсөн элекке балалар баҡсаһына капиталь ремонт үткәрелгән. Унда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм оло йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн егерме урынлыҡ стационар ҡаралған. Төҙөлөшкә республика бюджетынан ете, Хеҙмәт халыҡты социаль яҡлау министрлығынан 16 миллион ярым һум аҡса бүленгән.
Паралимпия спорты үҙәге- Башҡортостандың маҡсатлы социаль программалар хәйриә фонды ярҙамында проектланған. Үҙәктә 22 урынлыҡ ҡунаҡхана, ашхана, тир һәм тренажер залы, көтөү һәм ял итеү залдары, газ ҡаҙаны, һыу таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлгән. Объекттың смета хаҡы-195 миллион һумдан ашыу.
Кирилл Михайлов, паралимпия чемпионы: «Элек беҙ ярыштарға әҙерләнгәндә бындай уңайлыҡтар булманы. Коляскалағы спортсыларҙы аяҡ-ҡулдары һау булғандар икенсе ҡатҡа күтәреп мендерә ине. Был үҙәктәге шарттар бик шәп»
Паралимпия спорты үҙәге «Башнефть» һәм «Уралтранснефть» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығымдары  иҫәбенә финансланған. Объектты сафҡа индереү өсөн  өҫтәмә рәүештә спорт инвентарҙары, аш-һыу әҙерләү ҡорамалдары, йыһаздар алырға һәм ремонт эштәрен теүәлләргә генә ҡалған.
Паралимпия спорт үҙәгендә 8 метрлы бассейн 25 урынға иҫәпләнгән. Коляскалағы инвалидтарҙы күтәреү өсөн махсус кран да ҡуйылған. Шулай уҡ һәр спортсы шәфҡәт туташтары һәм табиптар ҡарамағында буласаҡ. Был паралимпия үҙәгендә ҡышҡы һәм йәйге уйындарға әҙерләнеү, ярыштар ойоштороу ҡаралған.
Мишкә районында төҙөлгән ике объектты ла дәүләт шәхси партнерлыҡ өлгөһө  тип ҡарарға була. Форумдың икенсе өлөшөндә «Социаль хеҙмәттәрҙе күрһәткәндә инвесторҙарҙы йәлеп итеү» һәм «Инвестициялар ярҙамында төҙөлгән спорт ифрастурктураһы объекттарын эксплуатациялау», «Дәүләт -шәхси партнерлыҡ нигеҙендә торлаҡ-коммуналь хужалығы объекттарын модернизациялау» тигән темаларға ентекле фекер алышыуҙар үтте. Һәр йүнәлеш буйынса тейешле резолюциялар ҡабул ителде.
Форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, дәүләт-шәхси хеҙмәттәшлегендәге етешһеҙлектәр хаҡында  асыҡтан-асыҡ һөйләшеү яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын да күпкә ҡыҫҡартасаҡ.
Римма Баталова, паралимия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты: «Был объектты төҙөп бөттөк тә эш тамамланды тигән һүҙ түгел. Уны бөгөндән эшләтә башларға кәрәк. Был объектты хеҙмәтләндереүгә йылына 20-25 миллион һум тирәһе сығымдар талап ителә. Бер район бюджеты ғына уны күтәрә алмай. Шуға күрә резолюциялар ҡабул итеп, тейешле ведомстволарға еткерәсәкбеҙ».
Форум сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдәге фекер алышыуҙар  һөҙөмтәһенән сығып,  Башҡортостан Хөкүмәтенә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау һәм Иҡтисади үҫеш Министрлығына, хакимиәт башлыҡтарына еткереләсәк тәҡдимдәр ҡабул ителде. Киләсәктә дәүләт -шәхси хеҙмәттәшлек итеү Рәсәйҙең инфраструктураһын үҫтереүҙә иң өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе буласаҡ. Бары тик дәүләт һәм шәхси инвесторҙарҙың үҙ-ара файҙалы  хеҙмәттәшлеге  илебеҙҙәге проблемаларҙы ыңғай хәл итергә булышлыҡ итәсәк һәм сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү өсөн дә ҡулай буласаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку