Миловка паркы төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар тарихы яңы йүнәлеш алды

Миловка паркы төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар тарихы яңы йүнәлеш алды 23.01.2018

Объектта төҙөлөш эштәре яңыртылды. Күптән түгел торлаҡ комплексына тейешле төҙөлөш материалдары индерелгән, эшселәр бригадалары тупланған. Инвесторҙар белдереүенсә, тәүге фатирҙарҙы өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар яҡын айҙарҙа ала аласаҡ. Бөгөн эсперттар йорттарҙың торошон тикшерә башлаған. Хөкүмәттә иһә комплексты сафҡа индереү өсөн төҙөүсе менән берлектәге проекты ғәмәлгә ашырыу буйынса эш аҙағына яҡынлаша.

Боҙ урынынан ҡуҙғалды, тип өмөтләнә өлөшсөләр. Сөнки күптән түгел торлаҡ комлексына төҙөлөш материалдары килтерелгән. Эшсе төркөмдәр графикка ярашлы, иртәнсәктән кискә тиклем эшләй.
Резедә Әдрәхимованың эшкә килеүенә ярты көн дә түгел, оҫта өсөнсө фатир тәҙрәләренә күскән. Ҡышҡы һалҡындарҙа ел өрөп тормаһын өсөн ул етешһеҙлектәрҙе бөтөрә. Бер аҙна эсендә ханым өсөнсө ҡатта эштәрен тамамларға ниәтләй.
Электрик, сантехниктар ҙа бер йыл элек ярты юлда ҡалдырған төҙөүсе эштәре менән булыша. Ә күрше подъезда хеҙмәткәрҙәр эске биҙәү эштәре менән мәшғүл. Яҡты бүлмәләргә обойҙар йәбештерелә.
Евгения Дубининаның яңы фатирында эштәр етәрлек. Шулай ҙа ханым иртәнсәктән шаулаған техниканы, эшсе бригадаларҙы кинәнеп күҙәтә.  Быға тиклем подъезда бер үҙем йәшәһәм, бөгөн күршеләр ҙә бында тиҙҙән өй туйлау уйы менән күсенә башланы, тип һөйөнә ул.
Евгения Дубинина, фатир һатып алыусы: «Бөгөн туғыҙынсы яртынан эш башланылар. Ана, ҡарағыҙ, ут үткәреп тә ҡуйҙылар. Төҙөүселәрҙән һуң һәр бер фатир алдында тау өйөмөләй сүп-сар ултырып ҡала ине. Бөгөн хеҙмәткәрҙәр бер туҡтауһыҙ эшләне».
Объекттағы эштәргә бер үк ваҡытта өс подрядсы ойошма тотонған. Торлаҡ комплексы урынында «БАШНИИ строй» белгестәре лә йорттарҙың торошон тикшерә. Һөҙөмтәләр юл картаһы нигеҙен тәшкил итеп, объекттарҙы тапшырыу ваҡытын билдәләйәсәк.
Тимур Нафиҡов, төҙөлөш участкаһы етәксеһе: «Йорттоң төҙөлөшө йылдам бара. Минең уйлауымса, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙ эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ, сөнки фатирҙарҙа эске биҙәү эштәре генә ҡалды. Бында газ ҡаҙанлыҡтары урынлаштырылған, уларҙы тикшереп сыҡтыҡ. Әгәр ҙә һорауҙар тыуһа, уларҙы урында хәл итәсәкбеҙ».
Һәр йорт алдында төҙөлөш материалдары. Объектта хеҙмәткәрҙәр ашығыс режимда эшләй. Сөнки меңдән ашыу фатир хужаһы уларҙың яҡын арала тапшырылыуын ктә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку