«Миловка паркы»нда төҙөлөш-монтажлау эштәре тергеҙелде

«Миловка паркы»нда төҙөлөш-монтажлау эштәре тергеҙелде 08.02.2018

Улар раҫланған графикҡа ярашлы бара. Тиҙҙән өс йортто  файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Подрядсы ойошмаларҙың бар көсө - объекттарҙы сафҡа индереүгә йүнәлтелгән.

Миловка паркында төҙөлөш эштәренең йәнләнеүе күптән көтөп алынған ваҡиға. Ҡасандыр тынлыҡ урынлашҡан биләмәне бөгөн танырлыҡ та түгел. Күп фатирлы йорттар алдында төҙөлөш материалдары тулып ята, техника геүләй, иң мөһиме, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ. Подрядсы ойошмалар үҙҙәренә тәғәйен объекттарын раҫланған графиктан алдараҡ тапшырырға иҫәп тота. Әйтәйек, 10-сы кварталдың 5-се йортон тышҡы яҡтан йылытып, биҙәкләү эштәренә генә өс тиҫтәгә яҡын кеше йәлеп ителгән.
Радмир Шәрәфетдинов, монтажлаусы: «Был ҡалған өйҙәрҙе матур итеп, еренә еткереп төҙөп тапшырабыҙ тип ысын күңелдән әйтә алам. Һөнәр шундай төҙөлөш эшендә - кешеләрҙе йортло итеү, кемделер бәхетле итеү».
Подрядсы ойошма етәкселеге билдәләүенсә, 10-сы кварталдың 5-се йортонда төҙөлөш-монтажлау, биҙәкләү эштәрен сентябргә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.
Максим Дронь, подрядсы ойошма директоры урынбаҫары: «Йортҡа газ үткәргәс кенә, эске биҙәкләү эштәрен башлаясаҡбыҙ. Ай ярым тирәһе ваҡыт фасадҡа китәсәк. Әлегә был объектта тәҙрәләр ҡуйыу буйынса план 80 процентҡа үтәлгән».
Унынсы кварталдың икенсе һәм өсөнсө төҙөлөш объекттары ла тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Улар инженер селтәрҙәренә  тоташтырылған. Йорттарҙың береһен газ менән тәьмин итеү маҡсатында йылылыҡ системаһын, торбаларҙы преслау эштәре бара.
Илмир Шәмсетдинов, слесарь: «Крандарҙы, таяуҙарҙы, счетчиктарҙы тикшерәбеҙ. Газ ебәрергә мөмкинме икәнен ҡарайбыҙ. Өйҙәр сафҡа индереүгә өлөшләтә әҙер».
Әлегә ике объектта эске биҙәкләү эштәре бара. Штукатур-маляр, электрик, сантехниктар  планды ваҡытында үтәргә тырыша. Ҡайһы бер фатирҙарҙа, хатта, обойҙар йәбештерелә башлаған.
Елена Вершинина, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәткәре: «Раҫланған эш графигы бар, уға ярашлы, йорттар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әлегә 8-се, 9-се кварталдарҙа төҙөлөш-монтажлау эштәрен башлау мәсьәләһе ҡарала. Был турала һөйләшеүҙәр алып барыла».
Әйткәндәй, Миловка паркы төҙөлөш комплексының 5-се кварталына ла подрядсы ойошма йәлеп ителгән. Эш күләме ҙур, иң мөһиме, боҙ урынынан ҡуҙғалды тиергә мөмкин.
4-се һәм 11-се кварталдарҙа әле «БАШНИИ СТРОЙ» белгестәре йорттарҙың техник торошон тикшерә. Анализ һөҙөмтәләре мартта билдәле буласаҡ. Уға ярашлы, был объекттарҙа төҙөлөш эштәрен дауам итеүгә тәҡдимдәр индереләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку