Милли ҡунаҡсыллыҡтың заманса сағылышы

Милли ҡунаҡсыллыҡтың заманса сағылышы 16.11.2016

Республикала 12-се ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы эшләй башланы. Уның сиктәрендә ВДНХ -экспо күргәҙмәләр залында Башҡортостандың аҙыҡ-түлек етештереүселәре экспозицияһы үтте. «Беҙҙең Бренд» тип аталған фестивалдә республиканың милли үҙенсәлеген, аш-һыу өлгөләрен, тәм-томдарын күрергә мөмкин ине.

Икмәк - тормош ҡото, йорттоң ырыҫы. Ҡунаҡ ҡабул иткәндә,  Һәр саҡ  икмәк һәм тоҙ менән ҡаршылайбыҙ. Күргәҙмәгә килеүселәрҙе лә тәү сиратта республиканың икмәк бешереүселәре сәләмләне.  Шулай ҙа өҫтәлдәргә ҡуйылған ҡамыр аҙыҡтарын икмәк кенә тип әйтеү  дөрөҫ түгел. Стәрлетамаҡ ашнаҡсылары ҡамырҙы сәнғәт өлгөһөнә әйләндергән.
Икмәк менән бер рәттән һөт ризыҡтары ла республиканың брендына дәғүә итә ала. Башҡортостан һөт етештереү, уның сифаты буйынса ла алдынғы төбәктәрҙең береһе. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр тәҡдим иткән продукцияның төрлөлөгө лә  йылдан-йыл арта. Күп кенә импортҡа алмаш та хәҙер үҙебеҙҙә сығарыла башланы.
Һөт, ит ризыҡтары һәм башҡа тәм-том. Күргәҙмәләге һыйҙан күҙ ҡамашырлыҡ. Тырышҡанда республикала етештерелгән һәр ризыҡты ла бренд кимәленә күтәрергә мөмкин, ти белгестәр. Башҡорт аш-һыуҙары китаптары авторы, атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Индүсә Арыҫланова әйтеүенсә, уның рецептары араһында тотош Башҡортостанды данларлыҡ рецепттар бик күп.
Туризмды үҫтереү өсөн  етештерелгән тауар, аҙыҡ-түлектең сифаты ғына түгел, тышҡы биҙәлеше лә юғары кимәлдә булырға тейеш. «Красноусол» шифаханаһы ҡунаҡсыллыҡтың заманса сағылышы-Карвингты киң ҡуллана. Табындағы ҡул эштәрен ашарға яраҡлы тип уйламаҫһың да.
Аш-һыу - туризмды үҫтереүҙең нигеҙе. Ниндәй генә маршруттар, уңайлыҡтар булдырылмаһын, халыҡты туҡландырыу, ҡунаҡҡсыллыҡты йәнләндермәй, аҙыҡ-түлектә бренд булдырмайынса туризм индустрияһын үҫтереү мөмкин түгел, ти ашнаҡсылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку