Милли банк ишектәрен асты

Милли банк ишектәрен асты 01.10.2016

Ярты быуатлыҡ тарихы эсендә бөгөн Рәсәй банкының Башҡортостан бүлегендә экскурсия ойошторолдо. Был мөмкинлектән тиҫтәнән ашыу кеше файҙаланды

Сарала ҡатнашыу теләген белдереп алдан теркәү үтеүселәр Өфөләге милли банк музейы менән танышты, финанс системаһы үҫеше осорҙарын ҡабаттан кисерҙе. Экскурсияға килеүселәр боронғо тимер аҡсаларҙы тотоп ҡарап, тарихи ҡомартҡы булған документтар менән ҡыҙыҡһынды. Аҙаҡ банк хеҙмәткәрҙәре граждандар өсөн ялған банкноттарҙы таныу буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторҙо.
Өфөләге милли банк бинаһы 19 быуат архитектура ҡомартҡыһы һанала. Ә музей бүлмәләренең береһе элек аҡса һаҡлау өсөн ҡулланылған. Асыҡ ишектәр көнө бөгөн Рәсәй банкының бөтә филиалдарында ла үтте, күләмле акцияла бөтәһе 84 ҡала ҡатнашты. Тарихи экскурсиянан тыш, сараға килеүселәр 200 һәм 2000 һум номиналлы яңы банкноталар символдары өсөн тауыш бирҙе.
Марат Кашапов, Башҡортостандың милли банкы рәйесе: «Яңы банкнотаға Башҡортостан символдарын урынлаштырыу өсөн интернет селтәрендә лә тауыш биреп була. Акцияның рәсми сайты - твояроссия.рф. Бөгөн ил буйынса бөтәһе 2 миллиондан ашыу кеше теге йәки был символ өсөн тауыш биргән. 7 октябрҙән һуң уларҙы һанау башлана».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика