Марттан майға тиклем ҙур ихтыяж менән файҙаланылған тауарҙарға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡала

Марттан майға тиклем ҙур ихтыяж менән файҙаланылған тауарҙарға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡала 26.03.2015

Был туралағы ҡарарҙы Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты башланғысы буйынса Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы ағзалары ҡабул итте.

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков билдәләүенсә, республикалағы селтәрҙәр билдәле ваҡыт арауығында үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ аҙыҡ-түлектең исемлеген үҙе төҙөй. Ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн уларҙың хаҡтар күрһәткесе башҡаларынан айырылып торасаҡ. Шуныһы мөһим, был башланғыс етештереүселәр һәм ташыусылар иҫәбенә түгел, ә улар менән килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдың сентябренән ассоциация ағзалары араһында социаль әһәмиәтле тауарҙарға өҫтәмә хаҡтар тураһында килешеү төҙөлгәйне. Һатып алыусы магазинды икмәк, һөт, йомортҡа һәм башҡа продукттарға ҡарап баһалай, шуға күрә сауҙа вәкилдәре ошо продукттарға өҫтәмә хаҡтарҙы 6-нан 10 процентҡа тиклем билдәләй. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы башҡа айҙарҙа ла аҙыҡ-түлек хаҡтарын теркәп барасаҡ, әммә миҙгелгә ҡарап ҡайһы бер тауарҙарға хаҡтарҙың төшөүе көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика