Мал тоторға теләүсе ғаиләләргә республиканан матди ярҙам

Мал тоторға теләүсе ғаиләләргә республиканан матди ярҙам 26.04.2017

Социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам программаһында ҡатнашырға теләүсе күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр категорияһына ингән мал аҫрарға теләүселәргә хөкүмәттән аҡсалата ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Ул төбәктә 2014 йылдан алып эшләп килә. Өфө районының Ҡармасан ауылында йәшәүсе Хөснуллиндар мәҫәлән, былтыр махсус программа буйынса бер баш мал һатып ала. Быйыл ул быҙаулаған.

Хөснуллиндарҙың йортонда ниндәй генә һөт ризығы юҡ. Табындарынан ҡаймаҡ, эремсек, сыр өҙөлмәй. Аҡты төрлө ҡамыр аштарын бешергәндә лә мул ҡулланалар. 25 йылдан ашыу ауыл хужалығында, артабан 14 йыллап балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләгән Миңлегөл Хәбир ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Улы менән килененә, ейәндәренә ярҙамлашып йорт эштәре менән булыша.
Артып ҡалған һөт ризыҡтары һатыуға сығарылып ҡулаҡсаға әйләндерелә. Килем малға бесән, ҡатнаш аҙыҡ һатып алыуға тотонола. Был кәсеп Миңлегөл Хөснуллинаның  улы менән килене социаль программала ҡатнашып һыйыр һатып алғас башлана. Өс бала тәрбиәләүсе йәш ғаилә Социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам программаһы буйынса 50 мең һум күләмендә матди ярҙам алыуға өлгәшә. Уға тағы 6 мең самаһы аҡса ҡушып һыйырлы булалар. Ул бер ай элек быҙаулаған.
Адреслы программа 2014 йылдан алып эшләп килә. Ике йыл ярым эсендә 2600-ләп социаль контракт төҙөлгән. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл да программа тормошҡа ашыуы ихтимал. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 46 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку