Магазинға депутаттар килде

Магазинға депутаттар килде 24.09.2014

Был һис кенә лә нимәгәлер  кинәйәләү, төрттөрөү түгел. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы ике саҡырылышында  аҙыҡ-түлек һәм тауарҙарҙы тикшереү буйынса эшсе төркөм эшләй.

Бер нисә йыл барған бәхәстәрҙән һуң республика магазиндарында, шул иҫәптән федераль селтәрҙәрҙә Башҡортостан аҙыҡ-түлеге күпләп күренә башланы. Был ниндәйҙер санкциялар эҙемтәһеме, әллә Хөкүмәттең тырышлығымы икәнлеген ваҡыт үҙе күрһәтер.

Хәбәр эйәһенән алда йөрөй, тиҙәр. Өфө магазиндарында тәү ҡарашҡа көндәлек күренеш. Кеше килеп аҙыҡ-түлек ала, кассаға килеп иҫәпләшә. Әммә журналист күҙлегенән ҡарағанда, һатыусы ҡыҙҙарҙың комиссия киләсәген һиҙемләүе күренеп тора. Хәбәр дөрөҫ булып сыҡты. Депутаттар йән-фарман магазинға йүгерә. Комиссия менән.

Боҙ ҡуҙғалды тип әйтергә кәрәкме икән, кәштәләрҙә Башҡортостан ризыҡтары, ысынлап та, күп. Депутат Илдар Ғарифуллин эшсе төркөм, конкуренция хаҡында дәртләнеп һөйләй. Уны «Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы» рәйесе Виталий Черепков дәртләндерә. «Башҡортостан тауарҙары» акцияһының уңышлы эшләүе хаҡында бәйән итә ул. Ғөмүмән, күп кенә депутаттар 1960 йылдарҙа Америкаға ҡаршы иғлан ителгән акцияны әле лә ҡеүәтләй. «Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ, яҡын йылдарҙа Американы» тип атала ул. Шуға күрә депутат Римма Үтәшева Американан, уларҙың санкцияһынан әле лә ҡурҡмай. Импортҡа өйрәнеп алған сауҙагәрҙәрҙе урынға ултырттыҡ шикелле.

Ғафури - Свердлов урамындағы магазиндарҙың береһен байҡаған депутаттар Аксаков урамындағыһына килә. Рейд ойоштороусы депутат Римма Үтәшева шатлығын эсенә һыйҙыра алмай. Бында ла күп икән дә ул Башҡортостан ризыҡтары.

Магазин төҙөр алдынан халыҡ күп йөрөгән урынды һайла, тип иҫкәртәләр эшҡыуарҙарҙы. Был магазин өсөн ундай проблема юҡ, сөнки ул студент ятаҡтары менән уратып алынған. Ә улар шул тиклем күп һәм бөтәһе лә ашарға теләй.

Депутаттар рейдҡа көндөң икенсе яртыһында сыҡҡанғалырмы, магазинда студенттар күпләп күренә башланы.

Журналиста депутаттарҙы еңә алманы шикелле. Һәр бер көтөлмәгән һорауҙы улар ныҡлы дәлилдәр менән иҫбатларға тырышты. Бына бит, Башҡортостандыҡы, Пермдыҡы, -тине улар. Америка ризығы, ысынлап та, күренмәне был көндө. «Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ, Яҡын йылдарҙа Американы...».

Р. Миндияров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку