Мәскәүҙә «Ҙур химия» бишенсе Халыҡ-ара форумға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде

Мәскәүҙә «Ҙур химия» бишенсе  Халыҡ-ара форумға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде 18.02.2015

Күп йыллыҡ тәжрибә буйынса ул быйыл да майҙа Өфөлә үтә.  Кәңәшмәлә сараны ойоштороу мәсьәләләренән тыш, ил һәм донъя иҡтисадындағы үҙгәрештәргә бәйле тикшерелергә тейешле һорауҙар ҙа ҡаралды.

ШОС ойошмаһы Эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Каневский форумда ҡатнашасаҡ энергия һәм нефть химияһы ойошмаларына ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итергә һәм фекер алышыу сиктәрен киңәйтергә саҡырҙы. Был йәһәттән  Ҡаҙағстан, Монголия һәм Ҡырғыҙстан, иҡтсади яҡтан ҡеүәтле  субъекттар булараҡ ҡыҙыҡһыныу уята. «Ҙур химия» - төрлө проекттарҙы тикшереү һәм тормошҡа ашырыу өсөн ҡулайлы майҙансыҡ. Халыҡ-ара форум шулай уҡ Башҡортостанды донъя кимәлендә танытыусы сара булып та тора.  
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Республиканың газ һәм  нефть химияһы өлкәһендә ҡорамалдар етештереү мөмкинлектәре юғары кимәлдә. Ә инде халыҡ-ара форум был осраҡтарҙы тағы ла киңәйтә һәм яңы кимәлгә сығыу мөмкинлеге бирә. Форумдың Башҡортостанда үтеүе төбәк үҫеше өсөн мөһим әһәмиәткә эйә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку