Мәскәүҙә «Башҡортостан» сауҙа йорто асылды

Мәскәүҙә «Башҡортостан» сауҙа йорто асылды 11.10.2016

Ул «Фуд Сити» тип аталған күмәртәләп һатыу һәм бүлеп таратыу үҙәгендә урынлашҡан. Агрокластер етештереүселәр һәм һатып алыусылар араһындағы аралашсыларҙан ҡотолоу маҡсатында ике йыл элек барлыҡҡа килгәйне.  

Илдең баш ҡалаһында Башҡортостан сауҙа йортон асыу башланғысын Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хуплап сыҡты. Проект Республика Хөкүмәте менән Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырылды. Бында республика аграрийҙары етештергән тауарҙар һатыласаҡ. Сауҙа йортонда сифатҡа ла етди иғтибар бүленә. Үҙәк белгестәре тауар етештереүселәргә Башҡортостандан аҙыҡ-түлекте Рәсәй төбәктәренә һәм сит илгә сығарырға ярҙам итәсәк. Әлеге ваҡытта «Фуд Сити» үҙәге майҙансыҡтарында илленән ашыу ил һәм Рәсәйҙең ике тиҫтәләп төбәге үҙ продукцияларын тәҡдим итә. Республика көнө алдынан бындай мөмкинлеккә Башҡортостан предприятиелары ла эйә булды. Был сит илдәргә туран-тура юл аса.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика