Мәғлүмәт етешмәүе һәм аныҡ закондарҙың булмауы

Мәғлүмәт етешмәүе һәм аныҡ закондарҙың булмауы 11.11.2015

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы эшҡыуарҙар менән бергә капиталь төҙөлөштәрҙең кадастр хаҡын билдәләү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Күсемһеҙ милектең кадастр ҡиммәтен билдәләү эше биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Эксперттар иҡтисади шарттарға ҡарап ике миллиондан ашыу капиталь төҙөлөш объектының хаҡын билдәләй. Уларҙың баһаһы артҡан хәлдә арендаға алыусыларға, хкжаларға ла һалымды күберәк түләргә тура киләсәк. Шуға ла был мәсьәлә  эшҡыуарҙар мпнән берлектә ҡарала.
Кирилл Волков, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары: «Капиталь төҙөлөш объекттарының яңы билдәләнгән кадастр хаҡы Росреестрҙың рәсми сайтында сыҡты. Торлаҡ фонды һаналмаған күсемһеҙ милек  хужалары унда күрһәтелгән хаҡтар менән килешмәй икән 19 ноябргә тиклем дәғүә белдерә ала. Ләкин барыһы ла был турала белмәй. Әгәр яңы кадастр хаҡы менән килешмәүселәр билдәләнгән ваҡытҡаса тейешле ведомствоға хәбәр итеп өлгөрмәһә һуңынан уны суд аша эшләргә тура киләсәк. Был инде өҫтәмә мәшәҡәт»/

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку