Мәләүез районының Нордовка ауылынан Илдар Ишҡаев Рәсәйҙең иң оҫта һабансыһы тип танылды

Мәләүез районының  Нордовка ауылынан Илдар Ишҡаев Рәсәйҙең иң оҫта һабансыһы тип танылды 29.06.2016

Быйыл Бөтә Рәсәй һабансылар конкурсы Төмән өлкәһендә уҙҙы. Илдар Ишҡаев Һуҡайлы ауыл хужалығында егерме йылдан ашыу механизатор булып эшләй.

Конкурста йыл һайын Башҡортостан данын яҡлап, алдынғы урындар яулай. Быйыл бәйгелә Рәсәй һәм Европа илдәренән 33 механизатор көс һынашты.  Бөтә донъя чемпионаты стандарттары буйынса ойошторолған конкурста һабансылар  бураҙнаны оҫта итеп һөрөргә тейеш. Баһалалма ағзалары тиҙлек, һөрөлгән ерҙең тәрәнлеге, йыйнаҡлыҡ һымаҡ деталдәргә иғтибар итә. Беренсе урынды Удмуртиянан Вадим Зарецких яуланы. Конкурста Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Әлиә Якупова ла ҡатнашты. Гүзәл зат механизаторҙарға һыр бирмәй, трактор менән яҡшы идара итә белеүен иҫбатланы. Бәйгелә күрһәткән ныҡышмаллығы өсөн ҡыҙ Дәүләт Думаһының аграр мәсьәләләр буйынса комитетынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Башҡортостан егете Римир Ғиззәтуллин  бәйгенең "Трактор- шоу" номинацияһында икенсе урын яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку