Мәктәптәргә эйәреп Өфөләге балалар баҡсалары ла 1 апрелдән аутсорсинг туҡландырыу системаһына күсте

Мәктәптәргә эйәреп Өфөләге балалар баҡсалары ла 1 апрелдән аутсорсинг туҡландырыу системаһына күсте 03.04.2017

Аҙыҡ-түлекте ситтән ташыу алымы һуңғы арала күп тапҡырҙар аңлатылһа ла, халыҡ һаман да шикләнеп ҡарай.  Аҙыҡ-түлек, туҡландырыу сифаты насараймаясаҡ, тип тынысландыра белгестәр. Ни бары мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһындағы ашхана хеҙмәткәрҙәре туҡландырыу комбинаттары штатына күсерелә. Сөнки мәғариф учреждениеларында тәрбиә биреүселәр, уҡытыусылар ғына  эшләргә тейеш. Әйткәндәй, аутсорсинг системаһы аш-һыу әҙерләү  бүлмәһе тейешле нормаларға тап килмәгән мәғариф учреждениеларына ғына ҡағыла.

Баш ҡаланың 219-сы балалар баҡсаһы туҡландырыу комбинатынан  ике аҙналыҡ аҙыҡ-түлек алып ҡалған. Аутсорсинг системаһын индереү мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшенә бер нисек тә тәьҫир итмәгән. Шул уҡ хеҙмәткәрҙәр, шул уҡ ризыҡтар һәм туҡландырыу сифаты.
Аҙыҡты ашнаҡсылар үҙҙәре бешерә. Халыҡты өркөткән ярымфабрикаттар  юҡ.  Берҙән-бер үҙгәреш хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренә ҡағыла. Улар хәҙер штатта балалар баҡсаһында түгел,  туҡландырыу комбинаттарында торасаҡ. Балалар баҡсаһы етәкселеге аутсорсингтың ыңғай яҡтарын баһалап та өлгөргән.
Зөлфирә Заһиҙуллина, Өфө ҡалаһының 219-сы балалар баҡсаһы мөдире: «Туҡланыу буйынса бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ. Бары тик аҙыҡ- түлекте һатып алыу, ташыу, хатта меню төҙөү ҙә махсуслашҡан ойошмаға йөкмәтелә. Балаларҙы ашатыуға башыбыҙ ҡатмаясаҡ. Шулай ҙа ризыҡ сифатын контролдә тотоу беҙҙең елкәлә. Балалар өсөн бит беҙ яуаплы».
Аутсорсинг яңылыҡтары аш-һыу бүлмәһенең санпин талаптарына яуап бирмәгән осраҡта ғына ҡағыла. Шарттар юҡ икән комбинат ярымфабиркаттарҙы йәки әҙер аҙыҡты контейнерҙарға һалып килтерергә бурыслы. Яңы системаға күсеү менән балалар баҡсаларында туҡланыу өсөн түләү алымы ла үҙгәрә.  Быға тиклем ата-әсәләр  аҡсаны банк аша балалар баҡсаһы иҫәбенә күсерһә, хәҙер «Аксиома» сайты аша туҡланыу комбинатына.
Яна Кирәева, Өфө ҡалаһының 219-сы балалар баҡсаһы хеҙмәткәре: «Түләү тәртибе үтә лә ябай. Мобиль элемтә кеүек.  Иҫәпкә аҡса һалып ҡуяһың да көн дә унан 126 һум тотола. Бала баҡсаға килмәһә аҡса шул килеш ҡала. Тик алдан иҫкәртергә кәрәк».
Баланы туҡландырыуға ҡуйыу йәки алыу менән дә шул уҡ сайт аша идара итергә мөмкин. Программала теркәлгән ата-әсәләр уның уңайлы булыуын билдәләй.
Хаҡтарҙа айырма юҡ, әммә түләгән өсөн  проценттар булыуы ихтимал. «Аксиома» сайты аша түләп ҡараусылар аҡса ҡабул итеүсе банктарҙың бик аҙ булыуына ла иғтибар иткән.
Сайтта техник ҡытыршылыҡтар ҙа  бар. Уны эшләүселәр апрель урталарына тиклем программаны көйләп бөтөргә вәғәҙә итә. Әле балалар баҡсаларында ла түләү терминалдары урынлаштырыу мөмкинлеге ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку