Легаль булмаған эш мөнәсәбәттәре

Легаль булмаған эш мөнәсәбәттәре 23.01.2017

Өфөлә транспорт компанияһының эш хаҡы буйынса байтаҡ бурысы йыйылған. Йөк ташыу менән шөғөлләнеүсе предприятие үҙ хеҙмәткәрҙәренә ике ай буйына бер тин дә түләмәй. Ә өсөнсө айына улар бурыстың бер өлөшөн генә ҡаплай. Күрәһең, ошондай ысул менән «АДВ-Лоджистик» йәмғиәте яуаплылыҡтан ҡасырға маташа. Хеҙмәткәрҙәр үҙ хоҡуҡтарын яҡлап эш биреүсегә күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иткән. Әммә ваҡытында төҙөлмәгән хеҙмәт килешеүе зыян күреүселәргә аяҡ сала.

Транспорт компанияһының алты тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәре ваҡытында эш хаҡының түләнмәүенә зарлана. Уларҙың һәр береһенә 50 меңдән 200 мең һумға тиклем бурыс йыйылған. Ғәҙеллеккә юл яра алмағас, зыян күреүселәр ярҙам һорап беҙҙең редакцияға шылтыратты. Әммә тотош республикаға күренергә бер нисә кеше генә батырсылыҡ итте. Ҡалғандарын иһә аңлауы ҡыйын түгел, сөнки өйҙәге сүпте сығарған өсөн хеҙмәткәрҙәргә  эшһеҙ ҡалыу йәки бурысты бөтөнләйгә онотоу ҡурҡыныусы янай.
Һуңғы йылдарҙа республикала бәшмәктәй ҡалҡып сыҡҡан ҙур сауҙа селтәрҙәре баҙарҙа үҙ урынын тиҙ тапты. Кәштәләре төрлө тауарҙарҙан һығылып торған гипермаркеттар тәү сиратта халыҡтың барлы-юҡлы аҡсаһын һурыуға ҡоролған.  Шул уҡ ваҡытта ҙур финанстар тупланған урында аралашсы ойошмалар ҙа тиҙ үрсей. Бурысҡа батҡан «АДВ-Лоджистик» йәмғиәте лә  «Леруа Мерлен» менән һатып алыусыларҙың тауарҙарын ташыуға килешеү төҙөгән. Бының өсөн ул ситтән водителдәр, йөк тейәүселәр һәм логистар йәлеп иткән. Әммә уларҙың береһен дә рәсми рәүештә эшкә алмай.  
Һүҙҙәге килешеү буйынса водителәр үҙ автомобилдәрендә тауарҙы клиенттың өйҙәренә тиклем алып бара. Бының өсөн эш биреүсе күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләнгән аҡсаның 60 процентын транспорт хужаһына бирә. Әммә былтыр  сентябрь менән октябрҙә эшселәргә бер тин дә түләнмәй. Бары тик ноябрҙә генә транспорт компанияһы бурыстың бер өлөшөн ҡайтара. Һуңынан ошондай уҡ хәл йәнә ҡабатлана. Күрәһең, аралашсы компания яуаплылыҡтан ҡасыуҙың үҙенсәлекле юлын тапҡан.
Һуңғы йылда республикала хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 25 процентҡа артҡан. Эш биреүселәр аҡсаларҙы ваҡытында түләмәҫ өсөн әленән-әле закондағы ҡотолоу юлдарын эҙләй. Шуға ла белгестәр эшкә урынлашҡанда  «Хеҙмәт кодексы»на ярашлы,  рәсмиләштерергә кәрәклекте онотмаҫҡа кәңәш итә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку