"Кроношпан" предприятиеһы янында елләткестәр заводы һәм йәшелсә һаҡлау урыны төҙөләсәк 24.07.2017

Был хаҡта республиканың үҫеш корпорацияһынан хәбәр иттеләр. Корпорация "Өфө" индустриаль паркы эшмәкәрлеге өсөн яуаплы. Бөгөн парк биләмәһендә 13 резидент иҫәпләнә. Улар араһында иң күләмлеһе - Австрия ағас эшкәртеү заводы. Йыл аҙағына тиклем предприятие тулы ҡеүәттә эшләргә - айына 90 кубометр төҙөлөш материалдарын етештерергә ниәтләй. Ул ғына ла түгел, хеҙмәткәрҙәр һаны ике тапҡырға артыуы көтөлә.

Заводта иҫке серек ағастар - юғары сифатлы төҙөлөш материалдарына әйләнә. Уларҙы Белорет, Нуриман, Краснокама райондарынан алып киләләр. Сеймалдың 20 проценты ғына күрше Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән индерелә. Йөк машиналары көнөнә уртаса ике мең ярым тонна ағас  ташый.

Әлеге ваҡытта компания ярты көскә эшләй,  айына ағас юнысҡыһынан яһалған һәм ламинат таҡта етештереүсе 45 мең кубометр продукция сығара. Коммерция директоры әйтеүенсә, предприятие ике тапҡырға күберәк продукция етештерә ала. Ошо уҡ майҙанда заводтың икенсе линияһы сафҡа әҙерләнә. Инвесторҙар яңы завод өсөн 200 миллион ЕВРО  индергән. Цех 2018 йылдың ғинуарынан  төҙөлөш материалдары етештерелә башлаясаҡ. Яңы цехта ОСБ таҡталар етештереү ҡаралған.

Ламинат плиткалар европа стандарттарына тап килә. Етештерелгән продукцияға махсус лабораторияла етди тикшереү үткәрелә. Уларҙың күпселек өлөшө төрлө төбәктәргә, башлыса Урта Азияға экспортҡа сығарыла.

Башҡортостан хөкүмәте Австрияның Кроношпан холдингы менән 2012 йылдың авгусында килешеү төҙөнө. Өфө районында ағас эшкәртеүсе, ағас юнысҡыһынан ламинат таҡта етештереүсе завод һалынды. Әлеге ваҡытта Кроношпан "Өфө" индустриаль паркы биләмәһенең ҡуртымға алыусы иң ҙур предприятияларҙың береһе. Ә уларҙың һаны - 13. Парк етәкселеге әлеге ваҡытта тағы ла өс резидент менән һөйләшеүҙәр алып бара. Территорияның буш урындарында йәшелсә һаҡлау урыны, елләткес завод барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Дүрт йыл эсендә индустриаль парк төбәктең иң уңышлы проекттары исемлегенә инде. Газ, һыу һәм электр менән тәьмин итеүгә  600 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Әммә көтөлгән һөҙөмтә тағы ла күберәк. Ун биш йыл эсендә һалым күләмен 16 миллиард һумға еткереү күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика