Кредит ставкалары күтәрелеүе, һалымдарҙың үҫеүе, һумдың төшөүе  һәм башҡа ҡаршылыҡтар  бәләкәй ойошмаларҙың ябылыуына килтереүе мөмкин 26.02.2015

Ситтән килтерелгән сеймал  менән эшләүселәр  тауарҙарына хаҡты күтәрергә мәжбүр. Һатып алыусылар кәмей. Етештереү күләмен  аҙайтырға, эшселәрҙе мәжбүри ялға ебәрергә тура килә. Ҙур проблеманы бәләкәй эшҡыуарлыҡ йырып сыға алырмы?  

Бында таҙалыҡ өсөн көрәшәләр. Баш ҡалала ғына түгел республикала  йәшәүселәрҙең бөхтә кейеме, фатирҙарҙағы йәм, матурлыҡ  өсөн. Өфөлә утыҙ йылдан ашыу эшләп килеүсе  «Ғәлиә»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡаршылыҡтарҙы еңеп халыҡты  ысын мәғәнәһендә керҙән таҙартырға тура килә. Бина эргәһендәге юлды ябып ҡуйһындармы, йә ҡаланан ситкә күсерергә тырышһындармы... Йыш килгән күҙәтеү органдары... Ойошманы етәкләгән йүнсел ханымға көнө-төнө йоҡламай кәртәләрҙе еңергә тура килә. Күрһәтелгән хеҙмәттәр иң алдынғы технологиялар ярҙамында башҡарыла. Таҙартыусы бөтә  техника сит илдеке. Күптән түгел Италиянан келәм йыуыусы машина һатып алынған. Туҙанланып бөткән  келәмдәрен ҡаланыҡылар ғына түгел, республика халҡы бында ташый.
Тәжрибәле эшҡыуар кредит иҫәбенә эшләмәй. Туҡһанынсы һәм 2008-cе йылдарҙағы көрсөк күп нәмәгә өйрәткән. Һыуға, утҡа тарифтарҙың артыуы һәм башҡаһы бәкәлгә һуға, ти ул..   Әгәр ойошма ябыла ҡалһа, йөҙгә яҡын кеше  урамда ҡаласаҡ.
Ә был бизнес ун йыл эшләп килә. Бетон етештереүсе бәләкәй генә завод көрсөк шарттарында  көн һайын  йөҙәр  мең һумлыҡ табышын  юғалта. Фатир һатып алыуға ихтыяж  түбәнәйгәс,  төҙөлөш материалдарын етештереүҙе   лә кәметергә тура килә.  Машиналар тик тора, дүрт водитель эштән бушатылған. Йылдан -йыл яңы ҡағиҙәләр барлыҡҡа килеүе  лә  хәлде ҡатмарлаштыра.
Андрей Баскаков, бетон етештереүсе фирма етәксеһе: «Төҙөлөш  өсөн бетон етештерәбеҙ. Фатирҙар һатылмай. Беҙҙең аҡса юҡ. Артабан нисек булыр-  белмәйем».
Ауыл хужалығы предприятиелары хужалары  ла яҙғы сәсеү алдынан аптырауҙа. Банктар кредитҡа  йыллыҡ  ставканы егерме биш процентҡа тиклем күтәрҙе. Республика властары кредит учреждениеларына  ставкаларҙы яңынан ҡарарға тәҡдим итте. Аҡсаһы  һәм башҡаһы булып та эшен йәнләндерә алмаған эшҡыуарҙар ҙа бар. Аяҡ салырға маташыусылар күп. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына көн һайын ошондай йөкмәткеле ялыу хаттары килә.
Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Сит ил эшҡыуарҙары менән йыш аралашырға тура килә. Уларҙың эш алымдары һоҡландыра. Мәҫәлән, Ҡытайға инвестиция индерәм тиһәң, улар һине үҙҙәре самолет менән килеп ала. Ә беҙҙә эш башлау өсөн документтарҙы ғына бер-нисә ай дауамында эшләйҙәр. Хатта, сит ил кешеһенә виза ла өс ай буйы әҙерләнә. Үҙебеҙҙең йүнселдәр ҙә эш башлағанда ҙур административ кәртә аша үтергә мәжбүр. Бына ошо ҡатмарлыҡтарҙы  алып ташлағанда эшҡыуарлыҡ еңелерәк тын алып ҡалыр ине».
Республика башлығы кәңәшмәләрҙең береһендә "эшҡыуарлыҡты болғамаҫҡа" тигәйне.  Тик был өлкә һаман да  ҡыҫырыҡлана. Ярҙам итеү урынына ярҙан этеүселәр бар. Йүнселдәр үҙҙәре өсөн генә тырышмай. Республикала дүрт йөҙ мең тирәһе кеше шәхси ойошмала хеҙмәт итә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты юҡҡа сығарыу оло проблемаға әйләнеүе бар.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика