Кредит өлкәһендә тәртип

Кредит өлкәһендә тәртип 04.04.2016

Микрофинанстар тураһындағы федераль  ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде.

Хәҙер ашығыс аҡса тәҡдим итеүсе ойошмаларға сикләүҙәр индерелә. Проценттар элекке кеүек юғары булмаясаҡ. Бынан тыш, бурысты ҡайтарғанда, уның күләме  дүрт тапҡырҙан да артырға тейеш түгел.  Компаниялар ике төргә бүленә. Микрофинанс ойошмаларының башланғыс капиталы 70 миллиондан түбән була алмай. Ә микрокредит компаниялары үҙҙәренең ойоштороусыларынан ғына инвестиция йәлеп итергә хоҡуҡлы. Займ 500 мең һумдан ашырға тейеш түгел. Белгестәр фекеренсә, яңы үҙгәрештәр күп ойошмаларға насар йоғонто яһаясаҡ. Микрофинанс компанияларҙың дүрттән бер өлөшө юҡҡа сығасаҡ, тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку