Кредит ҡапҡанында ҡалғандарға «Ышаныс» үҙәге ярҙам итәсәк

Кредит ҡапҡанында ҡалғандарға «Ышаныс» үҙәге ярҙам итәсәк 15.04.2015

Был ойошма бурыстары булған халыҡ менән банк араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә махсуслашҡан. Башҡортостандың көрсөккә ҡаршы көрәш комиссияһы ултырышында ойошма вәкилдәре үҙ алымдарын тәҡдим итте.

Әле Рәсәй халҡы банктарҙан  ипотека өсөн генә 10 триллион һумдан ашыу аҡса алған. Кредит буйынса бурыстар иһә бер триллионға етеп килә. Финанс ауырлыҡтар осоронда был күренештең тағы ла киҫкенләшеүе ихтимал, ти белгестәр. Шуға күрә банктарҙың халыҡҡа йөҙ менән боролоуы шарт. Юғиһә, бирәсәге булғандар финанс учреждениелар менән уртаҡ килешеүгә килә алмай интегә. «Ышаныс»  үҙәге иһә аралашсы ролендә сығыш яһап  ике яҡ өсөн дә уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә эшләй.
Илшат Ғәлимов, «Ышаныс»  проекты кураторы: «Бер генә банкта кредиты булғандарға еңелерәк, ә бына бер нисә фигас учреждениеһына бурысы булғандарға ауырға тура килә. Түләй алмаған осраҡта ул бөтә банктар менән дә уртаҡ килешеү төҙөй алмай һәм упҡынға тағы ла тәрәнерәк төшә. Беҙҙең проект иҡтисади көрсөк осорон ике яҡ өсөн дә  мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ үткәреүгә махсуслашҡан».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку