Косметик ремонтһыҙ фатирҙар тарихта ҡалыуы мөмкин

Косметик ремонтһыҙ фатирҙар тарихта ҡалыуы мөмкин 07.06.2017

Рәсәй төҙөлөш министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, ремонт эшләнмәгән торлаҡ һатыуҙы закон нигеҙендә тыйыуҙары ихтимал. Ҡанундың ҡасан ғәмәлгә инере әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа һатып алыусылар һәм күсемһеҙ милек эксперттары әле үк косметик ремонтһыҙ фатирҙарҙан баш тартыу квадрат метрҙың ҡиммәтләнеүенә килтереүе бар, тип борсола.

Камилә Фазлыева, ипотека бюроһы директоры: «Әлбиттә, фатир һатып алып артабан ремонт эшләү өсөн тағы ла сығымдар түгеү дөрөҫ түгел. Торлаҡ килешеү төҙөлгәндән һуң йәшәй башларлыҡ булырға тейеш. Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла күпселек яңы йорттар файҙаланыуға ремонтһыҙ тапшырыла. Сит илдәрҙә фатирҙар йәшәү өсөн яраҡлы, ҡайһы бер осраҡта тәү кәрәк йыһаз  һәм көнкүреш техникаһы менән һатыла. Әлбиттә, был фатирҙар ҡиммәтерәк тора».
Яңы фатир һатып алыусыларға ниндәй алмаш тәҡдим ителерен ваҡыт күрһәтер. Шулай ҙа борсолоу аңлашыла, илдә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика