Коммуналь тәүләүҙәргә хаҡтар артырмы, әллә уны  бында йәшәүсе халыҡ аңламаймы? 27.01.2016

Өфөнөң Степан Злобин урамындағы 20/2 йортонда йәшәүселәр мөрәжәғәтенән һуң  был  мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә булдыҡ. Фатир хужалары ҡулына октябрь, декабрь, ғинуар айҙары өсөн 9 мең һум күләмендә квитанция алған. Күптәр бындай юғары сумманы түләүҙән баш тарта.

Был йортта  йәшәүселәр октябрҙән бирле тынғылыҡ тапмай. Дүрт ай дауамында улар ҡулдарына ике тапҡырға артығыраҡ сумма менән квитанция ала. Миҫал өсөн өс бүлмәле фатирға коммуналь түләү элек биш мең булһа, әлеге ваҡытта туғыҙ мең һум тәшкил итә. Йортто йылытыу тарифтары ла үҙгәргән - 26 һум урынына 34 -кә тиклем күтәрелгән.
Халыҡ ни өсөн квитанцияларға түләүҙәр өсөн хаҡ артыуын аңламай. Күптәре аңлатма биреүҙәрен талап итеп торлаҡ-коммуналь хужалығына бара, әммә хаҡлыҡҡа ирешә алмай. Хаҡлы ялдағылар бындай һандарҙа бөтөнләй көсһөҙ. Күпселек  квитанцияларҙа ҡуйылған артыҡ сумманы түләүҙән бөтөнләй баш тарта.
Фәнилә Мөхәмәтйәнова, Степан Злобин урамында йәшәүсе: «Мин коммуналь хеҙмәттәр квитанцияла күрһәткән сумманы түләүҙән баш тартам. Октябрҙән бирле түләмәйем, минең пенсиям ундай түләүҙәргә етмәй».
Түләүҙәр мәсьәләһенә асыҡлыҡ индереү өсөн беҙ баш ҡаланың Совет районындағы  идарасы компанияға мөрәжәғәт иттек. Ысынбарлыҡта квитанцияларҙағы юғары хаҡтар урынлы булып сыҡты.
Йортта иҫәпләү ҡорамалдары булған осраҡта,  йылылыҡ өсөн норматив бер кубометр өсөн - 26 һум, ул булмағанда юғары тариф - 34 һум тәшкил итә. Был  осраҡта аңлашылмаусанлыҡ йортта февралдә ҡуйылған иҫәпләү ҡоролмаһы арҡаһында килеп сыҡҡан. Йыл буйы халыҡ 26 һум менән түләгән. Йыл һөҙөмтәләре буйынса иҫәпләү ҡоролмаһы коммерция иҫәбенә индерелмәгән. Шуға күрә идарасы  компания иҫәпләүҙәрҙе туҡтатҡан һәм ноябрҙә артыҡ түләүҙәрҙе  халыҡҡа кире  ҡайтарған. Киләһе ҡайтанан иҫәпләүҙәр иҫәпләү ҡоролмаһыҙ билдәләнгән тариф буйынса 34 һумдан декабрь өсөн тәғәйенләнгән. Бындай сумманы түләүҙән баш тартыусылар өсөн был ғинуар өсөн бурыс булараҡ ҡайтарылған.  Аныҡлап тикшергәндә, йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, ҡайтанан иҫәпләү өс тапҡыр түгел, ә бер мәртәбә  декабрҙә генә үткән.  
Фәһим Сәлимйәнов, Өфөнөң Совет районы буйынса торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары: «Хөкүмәттең 37-cе ҡарары аҙ тәъмин ителгәндәрҙе яҡлау өсөн. Әммә халыҡ түләүҙәрҙе башҡарырға ашыҡмай. Аҙ тәъмин ителгән кешеләр өсөн был ҡулай. Улар ҡышҡы айҙар өсөн ҙур сумма түләмәһен өсөн 12 айға бүлеп иҫәпләүҙәр башҡарабыҙ. Йыл һөҙөмтәләренән сығып беҙ хаҡтарҙы яңынан иҫәпләп төҙәтмәләр индерәбеҙ һәм киләһе йыл өсөн нормативтар билдәләйбеҙ.Йылылыҡ менән тәъмин итеүсе компанияның күрһәтмәләренән сығып, Степан Злобин урамы 20/ 2 йорто буйынса октябрь өсөн ҡабаттан иҫәпләүҙәр башҡарҙыҡ».
Әммә  иҫәпләү ҡоролмаһы пломбаланмаған. Шуға ла коммуналь хеҙмәткәрҙәр иҫәпләүҙәрҙе льгота буйынса түгел, ябай ставка буйынса 34 һумдан  башҡарған. Шуға ла был сумма ғинуар квитанцияһына бурыс булараҡ индерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика