Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре фатир туйлай

Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре фатир туйлай 15.09.2017

Бөгөн Өфөнөң Ленин районында бер юлы дүрт йәш ғаиләгә торлаҡ асҡысы тапшырылды.  Ятаҡ тибында  эшләнгән бүлмәләр баш ҡаланың уртаһында, Телеүҙәк туҡталышындағы күп ҡатлы йорттоң  беренсе ҡатында урын алған. Элек бында Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад институты эшләй,  әммә улар икенсе бинаға күскәндән һуң тәүге ҡат  буш тора. Хәҙер инде ул  йәш ғаиләләрҙең, сабыйҙарҙың шат ауаздарына күмеләсәк.

Үҙ мөйөшөң булыу һәр кеше өсөн оло бәхет, ә яңы ғына ғаилә ҡорған йәштәр өсөн бигерәк тә. Балаларыңды эйәртеп кеше тупһаһында йәшәргә йәки ҡуртымға алынған фатирҙар буйлап күсенеп йөрөргә тура килмәйәсәк. Шакировтар  ҙа  үҙ торлағы хаҡында күптән хыяллана, йәштәр үҙ мөйөшө булмау сәбәпле,  ошоға тиклем бергә   йәшәй ҙә алмай.
Бөгөн асҡыстар Ленин районының торлаҡ хужалығы идаралығында эшләгән 4 хеҙмәткәргә тапшырылды.  Район хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә, бүлмә эш урында үҙен ыңғай яҡтан күрһәткән, ихтыяж ҙур булған хеҙмәткәрҙәргә тапшырыла.
Дмитрий Масютин, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы: «Торлаҡ асҡысы әлбиттә, иң лайыҡлы,  тырышып эшләгән  хеҙмәткәрҙәргә генә бирелә. Бүлмәләр ҙур булмаһа ла ҡуртымға алыуға ҡарағанда  отошлораҡ.  Беҙҙә водителдәр етешмәй, улар өсөн койка урындар ҙа әҙерләп  ҡуйғанбыҙ, был  кадрҙа мәсьәләһенә хәл итеүгә  булышлыҡ итер тип уйлайым».
Бүлмәләр бер бүлмәле фатир тибында эшләнгән, аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре  айырым,  иркен зал бар.  Бүлмә өсөн  айлыҡ түләү 6 мең тирәһе,  был суммаға коммуналь хеҙмәттәр ҙә индерелгән. Быйыл яҙ ғына ғаилә ҡорған  Ғайсиндар әле  бәпес көтә,  эргәлә генә балалар баҡсаһы, мәктәп,  майҙансыҡтар булыуы бик уңайлы ти улар.
Бүлмәләр муниципаль ҡарамаҡтағы  буш торған бинала урынлашҡан.  Әлбиттә, ремонт эштәре лә үткәреләгән, тәү шарттар тыуҙырлған. Был эшкә бағыусылар ҙа йәлеп ителгән. Ҡала, район етәкселеге  был йүнәлештәге эшмәкәрлекте киләсәктә лә дауам итергә ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку