Коммуналь бурыстар түләнерме? 08.07.2014

Предприятиелар һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡарамағындағы ойошмаларҙың электр энергияһы өсөн бурысы 1 июндә 1 миллиард 512 миллион һумға етте.

Предприятиелар һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡарамағындағы ойошмаларҙың электр энергияһы өсөн бурысы 1 июндә 1 миллиард 512 миллион һумға етте.

«Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы»на иң ҙур бурыслылар исемлегендә беренсе булып Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары тора. Әйтәйек, «Өфөводоканал» ғына ҡулланылған электр энергияһы өсөн 252 миллион һумды түләп еткермәгән. «Өфөнөң инженер селтәрҙәре» муниципаль предприятиеһы ла 170 миллион һумын түләргә ашыҡмай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эксперт советы был мәсьәләне тәүге тапҡыр ғына күтәрмәй. Был юлы депутаттар граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн туранан тура түләүе мәсьәләһен тикшерҙе. Рәсәй Хөкүмәтенең 442-се Ҡарарына ярашлы, Өфөлә йәшәүсе 235 мең клиент электр энергияһы хаҡын «Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы»на туранан тура түләй башлаясаҡ. Баш ҡаланың Ленин һәм Дим райондары 1 июлдән ошо системаға күсте лә инде. Башҡа райондар был ысулға алдағы айҙарҙа бер-бер артлы күсә барасаҡ. Был ниндәйҙер яңылыҡ түгел, сөнки бынан 10 йыл элек кенә кешеләр коммуналь хеҙмәттәр өсөн аралашсыһыҙ ғына барып иҫәпләшә ине. Белгестәр иҫәпләүенсә, әгәр был алым тиҙ арал эшләп китһә, түләүҙәрҙең йыйылыу тиҙлеге 96 процентҡа етәсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика