«Колибри»ның ҙур эше

«Колибри»ның ҙур эше 08.03.2017

Әбйәлилдең йәш эшҡыуары Линара Заһитованың асҡан предприятиелары Урал аръяғы райондарында киң билдәлелек яуланы.  Бөгөн Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында теген  цехтары тулы ҡеүәттә эшләй.  Баймаҡ районының Ҡолсора, Йомаш, Таулыҡай  ауылдарындағы филиалдар үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән дан ҡаҙанып та өлгөрмәне, ошо көндәрҙә Билалда  ҡырҡтан ашыу   кешегә хеҙмәт урыны булдырған тағы бер  яңы ойошма үҙ эшен башланы.  

Бер  йыл эсендә    сафҡа  ингән цехтарҙа бөтәһе ун бер төр  продукция етештерелә.  Атап  әйткәндә, балалар өсөн спорт кейемдәре, комбинезондар,  махсус кейемдәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн халаттар.  Әҙер продукция  аҙна һайын  Өфө, Мәскәү,  Магнитогорск ҡалаларына оҙатыла. Балалар өсөн  спорт кейемдәрен ауылда уҡ һатып алырға теләүселәр ҙә  бар. Шунлыҡтан киләсәктә эш хаҡы иҫәбенә йәки урында уҡ һатыу нөктәһе булдырыу мәсьәләһе лә ҡарала.
Линара Заһитова, предприятие етәксеһе: «Продукция Рәсәй буйлап таратыла. Бигерәк тә Мәскәү, Ульяновск, Силәбе, Магниторгорск ҡалалары сауҙа нөктәләре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Эшҡыуарҙар менән әле яңы килешеүҙәр төҙөйбөҙ. Уҙған йыл аҙағына ғына Баймаҡ районы буйынса физик шәхес килеме өсөн һалым күләме 600 мең һум тәшкил итте».
«Колибри»  йәмғиәтенең тағы бер филиалы  Билал ауылында үҙ ишектәрен асты. Был предприятие көнъяҡ райондарҙа  тормошҡа ашырылған инвестиция проектының етенсеһе.  Билал ауылы халҡы   теген цехының асылыуын   түҙемһеҙлек менән көтөп алған.  Сөнки бөгөн ысынлап та урында гөрләп торған  ойошма ‐предприятиелар, колхоз   бөтөнләй юҡ. Ә был теген цехы ауыл халҡы өсөн йәшәүгә бер ни тиклем дәрт өҫтәй.  
Бөгөн бында төрлө ауылдан ҡырҡтан ашыу  кеше алынған.   Ике ай дауамында улар эш тәртибен өйрәнә.   Уҡыу мәлендә һәр тегенсегә стипендия түләү ҡаралған.
йөҙҙән ашыу  кешегә иҫәпләнгән цехтың хеҙмәт штаты тулыһынса тупланмаған,  тегенселәр әле лә кәрәк. Әйтергә кәрәк, эшкә бында һәр кем рәсми рәүештә алына. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, декрет ялына китеүселәргә пособиелар  түләнә. Рәмзиә Ямалова  махсус белемле  тегенсе.  Ул    йәш сағында  Түбә  тегеү фабрикаһында эшлә¬гән. Шуға  күрә уға  тиңләшеүселәр юҡ.
Тиҙҙән ошолай уҡ теген цехы Баймаҡ ҡалаһында  сафҡа инәсәк. Унда дүрт йөҙҙән ашыу  кешене эшкә  йәлеп итеү  ҡаралған. Сөнки   хәҙерге заманда  бюджет өлкәһендә ҡыҫҡартыу, ҡулайлаштырыу барғанда халыҡҡа яңы эш урындары булдырыу - көн талабы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика