Киләсәк технологиялары бөгөндән тормошҡа аша!

Киләсәк технологиялары бөгөндән тормошҡа аша! 19.04.2017

Өфөлә фатир хужаларына йортҡа инеү өсөн домофон кодын белеүҙән тыш, йөҙҙө танытыу мотлаҡ буласаҡ йорт төҙөлә. Яңы алымды Өфөләге төҙөлөш компанияларының берәүһе ҡулланған. Ленин урамындағы «Эрмитаж» - заман талаптарына яуап биргән бизнес-класс торлаҡ комплексы. Белгестәр күҙаллауынса, уникаль объектҡа һорау ҙур буласаҡ.

Артем Арефьев, «Госстрой» компаниялар төркөмө вәкиле: «Йортҡа йөҙөңдө танытып үтеү Эрмитаж комплексының берҙән-бер үҙенсәлекле сифаты түгел. Яңы проекттың өҫтөнлөктәре күп - атап әйткәндә, объект ҡыйығында фатир хужаларының дөйөм йорт сығымдарын компенсациялаясаҡ ҡояш электр станцияһы урынлаштырыласаҡ. Йортта йәшәүселәр шулай уҡ  аҡыллы йорт системаһының киңәйтелгән версияһы менән файҙалана аласаҡ. Был инде хужаларға  уларҙың торлаҡ-коммуналь  мәсьәләләрен тиҙ һәм еңел хәл итергә ярҙам итәсәк. Ҡаланың тарихи өлөшөндә төҙөлгән йорт фатирҙары шулай уҡ уңайлы планировкаһы, сифатлы биҙәлеше һәм бай инфраструктуралы ихатаһы менән дә айырылып тора».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика