Киләсәк энергетикаһы - инновациялы ҡараш 18.10.2016

Тармаҡтағы үҙгәртеп ҡороуҙар тап алдынғы технологиялар ярҙамында башҡарылырға тейеш, ти белгестәр.  Бөгөн тотош илдең энгергетика өлкәһе белгестәре Өфөгә йыйылды. Бөтә Рәсәй  форумы сиктәрендә халыҡ-ара  күргәҙмәләр ҙә эшләй.

Күргәҙмәләр залында тотош илдең энергетика киләсәге. Экспозицияла Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән  электр һәм  йылытыу  генерациялаусы компаниялар ҡатнаша. Башҡортостандың электр селтәрҙәре компанияһы был күргәҙмәлә төп урынды биләй. Был юҡҡа түгел, ти ойоштороусылар. Инновациялы алымдар ҡулланыу, юғары технологиялар индереү йәһәтенән компанияның инжиниринг бүлеге алдынғылар илдә алдынғылар рәтендә. Күргәҙмәгә лә  улар яңы трасформатор өлгөләре сығарған.
Рөстәм Ғүмәров, ҡорамалдар йыйыу цехы етәксеһе: «Был трансформатор өлгөләре  сит ил белгестәре менән берлектә эшләнде. Ул бер яҡтан электр энергияһын һаҡсыл ҡулланыу мөмкинлеге бирһә, икенсенән кеше, йә иһә башҡа йән эйәләренең хәүефле урынға инеүен тулыһынса сикләй. Өсөнсөнән, уның хеҙмәт итеү осоро сирек быуатҡа тиклем барып етә».
Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы илдә тәү-геләрҙән булып ,,Аҡыллы селтәрҙәр,, программаһын индерә башланы. Проект авария булған осраҡта ла урау юлдар менән электр утын өҙөклөкһеҙ биреү мөмкинлеге аса.
Дмитрий Шароватов, «БЭСК» компанияһының генераль директоры: «Ҡоролмаларҙы яңыртыу, алмаштырыу ғына энергетиканы заман талаптарына яраҡлаштыра алмай. Инновациялы ҡараш кәрәк. Мәҫәлән, беҙ электр уты менән тәьмин итеү комплексының ни бары 25 процентын алдынғы технологиялар менән йыһазландырып ҡына тотош республиканың энергетика  системаһын күҙәтә алабыҙ».
Диагностика, аварияны иҫкәртә алыу һөҙөмтәһендә система ярҙамында йылына ярты миллиард һум аҡса янда ҡала. Был иһә энергияһы һаҡсыл ҡулланыуға йүнәлтелгән сәйәсәт осоронда хәл иткес күрһәткес.
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары: «Энергияны һөҙөмтәле ҡулланыуға күсеү эше беҙҙең илдә бик һүлпән алып барыла. Файҙаланылған йылылыҡ, электр энергияһы күплеге үҫешкән илдәр менән бөтөнләй сағыштырырлыҡ түгел. Беҙҙә  сығымдар күберәк. Шуға күрә форумда ҡараласаҡ мәсьәләләр байтаҡ».
Рәсәй энергетика форумында ике тиҫтәнән ашыу конференция, түңәрәк өҫтәл һәм осрашыу ойоштороу ҡаралған. Унда илдең төрлө төбәгенән ике йөҙгә яҡын тармаҡ белгесе сығыш яһауы көтөлә. Фоум 21 октябргә тиклем дауам итә. Йомғаҡлау  ултырышына илдең энергетика министры Александр Новактың килеүе лә көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика